Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Июль 2020, 12:56

1 июль - Рәсәй Конституцияһына индерелгән үҙгәрештәр буйынса тауыш биреү көнө

Шулай итеп, иң мөһим көн килеп етте. Рәсәйҙә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса төп тауыш биреү көнө башланды. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙә асылды һәм киске 8-гә тиклем эшләйәсәк.

Әйткәндәй, тауыш биреү алты көн элек үк башланғайны. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, быға тиклем 50 миллион кеше тауыш биреп өлгөргән дә. Башҡортостанға килгәндә, бөгөн беҙҙә 3 мең 431 участка асылды. 1 июль иртәһенә ҡарата республикала 2 100524 кеше тауыш биргән. Был - дөйөм тауыш биреүселәрҙең 69,10 проценты.
Электрон юл менән тауыш биреү шишәмбе кис, 30 июндә тамамланды. Был төркөмдә һайлауға килеү 93 процент тәшкил иткән.
Быйыл өйҙән тауыш биреү ҙә бик популяр. Теге йәки был сәбәп буйынса өйөгөҙҙән сыға алмайһығыҙ икән, бөгөн сәғәт 5-кә тиклем үҙегеҙҙең участка һайлау комиссияһына шылтыратып ғариза ҡалдыра алаһығыҙ.
Гражданлыҡ бурысығыҙҙы быға тиклем үтәмәһәгеҙ, бөгөн яҡшы мөмкинлек бар. Бөгөн – илдә ял көнө.
Фото: bashkortostan.izbirkom.ru
Читайте нас: