Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Июль 2020, 14:48

Ил менән бергә

Бөгөн районда, тотош илдәге кеүек үк, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү бара.

Теүәл сәғәт иртәнге һигеҙҙә райондың барлыҡ 37 һайлау участкалары ишектәрен асты. Әммә бөгөн һайлау участкаларында ғәҙәти шау-шыу юҡ. Коронавирус инфекцияһын таратыуға юл ҡуймаҫ өсөн участкаға бер юлы тик сикләнгән һанда кеше инә ала, ә һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәре махсус һаҡланыу маскаларында эшләйҙәр (һүрәттә).
Бынан тыш, 25 июндән 30 июнгә тиклемге осорҙа райондың күпселек һайлаусылары тауыштарын бирҙе, бөгөн процесс тыныс бара.
Һайлау участкалары 20.00 сәғәткә тиклем асыҡ була.
Читайте нас: