Ауыл уттары
+9 °С
Ясно
Сәйәсәт
1 Июля 2020, 10:57

Йылайыр районында тауыш биреүгә килеү 80,71 процент тәшкил итте

Йылайыр районында иртәнге сәғәт 12-гә ҡарата бөтәһе 9322 кеше тауышын биргән. Был исемлектәргә индерелгән кешеләр һанының 80,71 процентын тәшкил итә. уларҙың яртыһынан күберәге 25 июндән 30 июнгә тиклем тауыш бирҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бының турала райондың территориаль һайлау комиссияһы хәбәр итә.
Тауыш биреү барышында хәүефһеҙлек саралары тураһында ла оноторға ярамай.
– Был сара ваҡытында иң мөһиме – тауыш биреүселәрҙең, комиссия ағзаларының, күҙәтеүсе һәм хәбәрселәрҙең һаулығы һәм ғүмере. Шуға күрә барлыҡ хәүефһеҙлек саралары тулы кимәлдә үтәлә. Бөтә комиссия ағзалары шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, – тине Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко брифинг барышында.
Читайте нас