Зилиә Ураҡоваға күптән түгел 18 йәш тулған, бөгөн ул тәүге тапҡыр үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә килгән.
Рәсәй Федерацияһының Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙе Зилиә Матрайҙың 1992-се участка һайлау комиссияһында башҡарҙы.
Матрай ҙа ла тауыш биреү тыныс бара. Күптәр алдан ҡатнашып өлгөргән. Пандемия шарттарында һәр тауыш биреүсегә бирсәткә, битлек һәм бер тапҡыр файҙаланыла торған ручка бирелә, санитар талаптар үтәлә.