"Беренсенән, федераль һәм айырыуса төбәк власть органдарына ышаныс факторы. Вәғәҙә менән башҡарыу араһында айырма барлыҡҡа килеүҙе кешеләр бик яҡшы һиҙә. Бөгөн Башҡортостандағы төбәк власть социаль өлкәлә, иҡтисадта үҙ сәйәсәтен шулай төҙөй, әйтелгәндәр һәр ваҡыт та үтәлә.
Икенсе фактор Башҡортостандағы күп милләтле халҡыбыҙҙың көслө традициялары менән бәйле, ул төрлө дәрәжәләге һайлау компанияларында әүҙемлек күрһәтә.
Өсөнсө фактор иһә - айыҡ аҡыл. "Эш шунда: Конституцияға төҙәтмәләр өсөн тауыш биргәндә өс быуын мәнфәғәттәре ҡушылды", - тине Александр Дегтяров.