Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Июль 2020, 00:25

"Һөҙөмтәләрҙең дөрөҫ булыуына шик юҡ"

“Санитар-эпидемиологик сараларҙы тәьмин итеүгә бәйле ауырлыҡтар килеп тыуһа ла, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү штатлы режимда үтте. Дөйөм алғанда, айырым мәсьәләләр һәм етешһеҙлектәр тауыш биреүгә һәм уның һөҙөмтәләренең дөрөҫлөгөнә шик тыуҙырмай тип әйтә алам”, – тип белдерҙе Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында тауыш биреүҙе, уның закондарға ярашлы үтеүен күҙәтеү һөҙөмтәләре буйынса уҙғарылған матбуғат конференцияһында.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, ете көн барған тауыш биреүҙә бөтәһе 49676 йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләгән.
Быйыл республиканың Йәмәғәт палатаһы 22 йәмәғәт ойошмаһы һәм алты сәйәси партияның төбәк бүлексәләре менән килешеүҙәр төҙөнө. Йәмәғәт күҙәтеүселәренең 30 проценты сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре тәҡдим иткән вәкилдәр булһа, 65 процент самаһы – үҙ-үҙен тәҡдим иткән кешеләр, биш проценты - коммерцияға ҡарамаған ойошмалар.
Рәспубликаның Йәмәғәт палатаһы 25 июндән 1 июлгә тиклем “ҡыҙыу линия” ойошторҙо, унда 15 шылтыратыу булған.
Шул уҡ ваҡытта граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау буйынса колл-үҙәк эшләй. Был эшкә “Граждандар контроле” Башҡортостан төбәк бүлексәһе белгестәре йәлеп ителә, улар юридик ярҙам күрһәтә, консультация бирә. Колл-үҙәккә 114 мөрәжәғәт булған.
1 июлдә колл-үҙәк менән йәнәшә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Хәл-шарттар үҙәге эшләй. Уның маҡсаты - күҙәтеүселәр һәм Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы менән хеҙмәттәшлек итеү. Тауыш биреү участкаларында закон боҙоуҙарға бәйле мәғлүмәттәрҙе оператив тикшереү буйынса мобиль төркөм эшләй. Улар 1 июлдә 29 участка һайлау комиссияһында булған, ҙур етешһеҙлектәр асыҡланмаған.
“Тауыш биреү барышында ойоштороу эшендә етди тайпылыштар теркәлмәне. Комиссияларҙың айырым етешһеҙлектәре билдәләнде, шул иҫәптән урынға сығып тауыш биреүҙе ойошторғанда. Шулай уҡ ялған мәғлүмәттәр ҙә биргәндәр булды. Айырып әйткәндә, шәхси һаҡланыу саралары бөткән тигән сигналдар теркәлде. Йәмәғәт күҙәтеүселәре, бының дөрөҫ булмауын иҫбатлап, шунда уҡ фото ебәрҙе”, – тине Ольга Панчихина.
Бынан тыш, республика Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина тауыш биреү барышында 41 участка һайлау комиссияһында булған.
“Ҡайһы бер урында ике-өс участка, шуға ла ойоштороусылар алдында кешеләрҙең ағымы осрашмаһын өсөн айырым инеү һәм сығыу урынын тәьмин итеү бурысы тыуҙы. Был бик мөһим ине. Ул хәл ителде. Һаҡланыу саралары бөтә ерҙә лә булды, быны йәмәғәт күҙәтеүселәре дәлилләй ала, санитар эшкәртеү нормалары күҙәтелде, ҡайҙалыр хатта парлы эшкәртеү ҙә булған. Беҙҙең алда йәмәғәт күҙәтеүселәрен методик яҡтан тәьмин итеү бурысы ҡуйылғайны. Уларҙан бөтә төҙәтмәләрҙе лә белеүҙәрен һораныҡ”, – тине Ольга Панчихина.
Ул сара барышын күҙәтеү буйынса килешеү төҙөгән барлыҡ ойошмаларға, колл-үҙәк эксперттарына, республиканың Йәмәғәт палатаһына рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: