Ауыл уттары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Ноябрь 2020, 01:10

Ҙур форум үтәсәк

4 декабрҙә Өфөлә V “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” Дөйөм Рәсәй юридик форумы уҙасаҡ. Сара “Торатау” конгресс-холы биләмәһендә ойоштороласаҡ Форумды онлайн ҡарау мөмкинлеге лә булдырыласаҡ. Бының өсөн ufa-forum.com рәсми сайтында теркәлергә кәрәк.

Программаның төп ваҡиғаһы – пленар ултырыш, унда илебеҙҙең алдынғы юристары дискуссия форматында конституция үҙгәрештәренең төбәк ҡануниәтенә йоғонтоһо тураһында фекер алышасаҡ.
– Яңыртылған Конституцияның төп бурысы – йәмғиәттең тотороҡло үҫешен, граждандарға лайыҡлы тормош тәьмин итеү һәм дәүләт эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү, – ти форумдың спикеры Павел Крашенинников.
Билдәле юрист белдереүенсә, Башҡортостан был конституция процестарының алдынғы төбәге булды, шуға күрә форумдың Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Бында эксперттар йәмәғәтселеге беренсе һөҙөмтәләр менән таныштырасаҡ һәм артабанғы эш планын билдәләйәсәк.
Фото: bash.news
Читайте нас: