Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Май 2021, 08:50

Һәр кем йәшәгән еренең яңыса, заманса төҙөкләндерелеүенә хоҡуҡлы

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проектына ярашлы һәр кем йәшәгән еренең яңыса, заманса төҙөкләндерелеүенә хоҡуҡлы.

Башҡортостан халҡы ла ҡала һәм район скверҙары, майҙандар, биҫтәләрҙең киләсәктә нисек булырын үҙҙәре хәл итә ала. Шуға күрә тәҡдим ителгән биләмәләрҙең береһе йәки һайлап алынғанының дизайн проекты өсөн тауыш бирегеҙ. Иң күп тауыш йыйған объекттар киләһе йылда төҙөкләндереләсәктәренең исемлегенә инәсәк. Яңыртылған биләмәләрҙә теләк буйынса балалар уйын, спорт майҙансыҡтары, йәйәүлеләр һәм велосипед юлдары, ял зоналары барлыҡҡа киләсәк.
Тауыш биреү биш аҙна буйы, 26 апрелдән 30 майға тиклем барасаҡ. Унда 14 йәштән өлкәнерәк Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Ғәмәлде Дәүләт хеҙмәттәре порталы йә телефон аша башҡарырға мөмкин.
Фото pravitelstvorb.ru
Читайте нас: