Ауыл уттары
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Сентябрь 2021, 14:23

“Берҙәм һайлау көнө”ндә лә тәүге ике көнөндәге кеүек...

“Берҙәм һайлау көнө”ндә лә, тауыш биреүҙең тәүге ике көнөндәге кеүек, халыҡ  һайлау участкаларына берҙәм генә килә. Сәғәт 12-гә...

“Берҙәм һайлау көнө”ндә лә тәүге ике көнөндәге кеүек...
“Берҙәм һайлау көнө”ндә лә тәүге ике көнөндәге кеүек...

Яңыраҡ ҡына үткән брифингта республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко шундай мәғлүмәттәрҙе иғлан итте:

бөгөн сәғәт көндөҙгө 12-гә 1 миллион 608 мең 96 кеше тауыш биргән. Был һайлаусылар исемлегенә индерелгән граждандарҙың 53,5 процентын тәшкил итә икән.

Әлеге мәлгә Һайлауға килеү күрһәткесе ҡалаларҙа – 43 процент самаһы, райондарҙа – 60 проценттан ашыу.

Тағы ла бер-ике ҡыҙыҡлы һан: был һайлауҙа 30 йәшкә тиклемге һайлаусылар – 547 мең кеше (17%), 80 йәште үткәндәр – 127 мең (4.2%). 127 һайлаусы 100 йәшкә еткән һәм хатта уны үтеп киткән. Ә урта алғанда, республика һайлаусыларына 48 йәш.

Ф.Мортаев.

“Берҙәм һайлау көнө”ндә лә тәүге ике көнөндәге кеүек...
“Берҙәм һайлау көнө”ндә лә тәүге ике көнөндәге кеүек...
Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: