Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәхси ҡура
11 Декабрь 2018, 12:19

Һултантимерҙәр күберәк эшләй, аҙыраҡ зарлана

Район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, район Советы рәйесе Г.В.Туленков, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.С.Солтанов, район элемтә үҙәге начальнигы, район Советы депутаты З.Б.Бүләков, райондың экологы Н.И.Моталлапов, Яманһаҙ ауыл биләмәһе башлығы И.А.Амантаев ҡатнашлығында сираттағы халыҡ йыйыны Яманһаҙ ауыл биләмәһенең Һултантимер ауылында үтте. Йыйын алдынан район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин ауыл биләмәһе башлығы Ислам Айрат улы оҙатыуында ауылдың социаль объекттарын ҡараны, һәр ҡайһыһының эшенә үҙенең баһаһын бирҙе, кәңәштәрен әйтте.

Һултантимерҙәр алдында тәүҙә Яманһаҙ ауыл биләмәһе башлығы Ислам Айрат улы Амантаев быйыл биләмә территорияһында башҡарылған эштәргә байҡау яһаны, Һултантимер ауылына ҡағылған проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләне, юлдың сифаты һәм Быҙаулыҡ йылғаһы аша һалынған күперҙең төҙөклөгө мәсьәләһен күтәрҙе. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы әйтеүенсә, биләмәлә төҙөкләндереү буйынса күп эш эшләнә, байтаҡ мәсьәләләр халыҡ ҡатнашлығында хәл ителә.
– Бөгөн Һултантимер ауылында 77 йорт иҫәпләнә, уларҙа 250 кеше теркәлгән. Халыҡтың күпселеге малсылыҡ менән шөғөлләнә, башлыса йылҡы малы көтә. Ауыл биләмәһе территорияһында Морат һәм Ғәзиз Иҫәндәүләтовтарҙың һәм Рәфҡәт Торсонбаевтың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары яҡшы ғына эшләп килә. Ауылда мәҙәниәт һәм ял үҙәге, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Мәктәп уҡыусыларын һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен Яманһаҙ ауылына мәктәп автобусы алып йөрөй. Ҡыш миҙгелендә юлдарҙы ҡарҙан ваҡытында таҙартып, асып торалар. Был тәңгәлдә беҙгә райондың юл хужалығы идаралығына рәхмәт кенә әйтәһе ҡала, – тине Ислам Айрат улы.
Шунан йыйылыусылар алдында район элемтә үҙәге начальнигы З.Б.Бүләков сығыш яһаны һәм элемтә буйынса килеп тыуған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында һөйләне.
Райондың экологы Н.И.Моталлаповтың сығышы яңы йылдан башланасаҡ сүп-сар менән эш итеү реформаһы, шуға ҡағылышлы яңылыҡтар тураһында булды. Ул, башлыса, республикала эшләй башлаған “ЭКО-Сити” төбәк операторының эш тәртибе хаҡында һөйләне. Сүп-сар менән яңыса эш итеү һәм төбәк операторы күрһәткән хеҙмәттәргә түләүҙәр хаҡында йәнле фекер алышыу булып алды.
Артабан урындағы крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Морат Иҫәндәүләтов үҙ хужалығының быйылғы эштәре, киләсәккә пландары хаҡында һөйләне, пайсыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Яманһаҙ ауыл биләмәһе башлығы йыйында матбуғат баҫмаларына, шул иҫәптән район гәзиттәренә яҙылыу мәсьәләһен дә күтәрҙе һәм район гәзиттәренә яҙылыу һәр кемгә зарур, тип билдәләне.
Сара һуңында район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин быйыл (мартта) Рәсәй Президентын һайлауға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса сараларҙа күрһәткән әүҙемлектәре өсөн Имаметдин Торсонбаевҡа, Мәрғизә Ғәлиәкбәроваға һәм Мәлгинә Ҡаҙаҡҡоловаға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: