Ауыл уттары
0 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәхси ҡура
21 Ғинуар 2019, 19:17

Урмандарға барһаң, ҡоро-һары йыйһаң...

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров яуап бирә:Быйыл 1 ғинуарҙан көсөнә ингән “РФ Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон граждандарға үҙ ихтыяждары өсөн урмандағы ҡоро-һарыны, йәғни лапыны бушлай һәм рөхсәтһеҙ йыйып алырға мөмкинлек бирә. Әммә баштан уҡ ул күп һанлы һорауҙар тыуҙырҙы. Миңә мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күп. Ошоно иҫәпкә алып, әлеге законды ҡулланыу буйынса аңлатма биреүҙе кәрәк тип һанайым.

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров яуап бирә:

Быйыл 1 ғинуарҙан көсөнә ингән “РФ Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон граждандарға үҙ ихтыяждары өсөн урмандағы ҡоро-һарыны, йәғни лапыны бушлай һәм рөхсәтһеҙ йыйып алырға мөмкинлек бирә. Әммә баштан уҡ ул күп һанлы һорауҙар тыуҙырҙы. Миңә мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күп. Ошоно иҫәпкә алып, әлеге законды ҡулланыу буйынса аңлатма биреүҙе кәрәк тип һанайым.


1. Нимә ул лапы (валежник)?

Лапы – ел-дауыл, ҡар ауырлығы, ҡороу һәм төрлө сирҙәр арҡаһында ергә ҡолаған ағастар.

2. Лапыны йыйып алыу өсөн кемдән рөхсәт һорарға?

Бер кемдән дә бер ниндәй ҙә рөхсәт алыу кәрәкмәй.

3. Ҡоро-һары йыйырға барғанда үҙең менән балта-бысҡы алып барырға мөмкинме?

Эйе, мөмкин. Шул иҫәптән бензобысҡы ла ала алаһығыҙ. Бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ, сөнки ергә ҡолаған ағасты тейәп алыу өсөн уны тураҡларға ла кәрәк булыуы бар бит.

4. Лапыны йылдың ҡайһы миҙгелендә әҙерләргә мөмкин?

Теләһә ҡайһы миҙгелендә. Тик янғын сығыу хәүефе ҙур булған осорҙа ғына урмандарға инеү ваҡытлыса тыйылып торорға мөмкин.

5. Лапы йыйыу ниндәй урмандарҙа рөхсәт ителә?

Бөтә урмандарҙа ла мөмкин. Тик ағас ҡырҡыу эштәре алып барылған, әҙерләнгән ағас һаҡлауға һалынған урындарҙа ғына ярамай.

Тағы ла шуға иғтибарығыҙҙы йәлеп иткем килә. Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы 2018 йылдың 26 декабрендә үҙенең территориаль подразделениеларына хат ебәреп, ҡоро-һары әҙерләү тураһында урман һағы органдарына хәбәр итеү һәм рөхсәт алыу кәрәклеге тураһында күрһәтмә биргән ине. Хәҙерге ваҡытта министрлыҡ законды ҡулланыу буйынса яңы хат ебәреп, тәүге хаттағы күрһәтмәләрҙе көсөнән сығарҙы. 12 ғинуарҙа мин БР урман хужалығы министры һәм уның урынбаҫарҙары менән осрашып, үрҙәге мәсьәләләр тураһында һөйләшеп, килештем.

Урманға ҡоро-һары әҙерләргә барыусыларҙан шуны үтенәм: бер ниндәй сәбәп менән дә үҫеп ултырған ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡмағыҙ, ултыртылған үҫентеләргә зыян килтермәгеҙ. Бының өсөн административ, хатта, ҡайһы бер осраҡтарҙа, енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған. Шулай уҡ йығылып ятҡан ағасты алғанда уның ботаҡтарын урманда ҡалдырмағыҙ, сөнки улар урманды ҡыйлап ҡына ҡалмай, янғын хәүефе лә тыуҙыра.

Был закон айырыуса ауыл кешеләренә кәрәк, сөнки йығылған ағастарҙың олонон утын итеп кенә түгел, бағана итеп тә, башҡа ихтыяждар өсөн дә ҡулланып була бит.

Был законды индергәндә һәм уны ҡабул иткәндә ҡаршы кешеләр күп булды, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла. Улар ауыл кешеләренең ихтыяждарын, көнитмешен белмәй.

Артабан урманда ҡоро-һары әҙерләү менән бәйле ҡаршылыҡтар килеп тыуһа, миңә түбәндәге адрес буйынса хәбәр итеүегеҙҙе һорайым: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17.
Читайте нас: