Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ауыл халҡына һыуыҡтар төшкәнен көтмәй өйрәк-ҡаҙҙарҙы һуя башларға кәңәш бирә.
Министрлыҡта ҡош киҙеүе вирусының күрше төбәктәрҙән үтеп инеүе ихтимал тип хәүефләнәләр. Сир күпселек осраҡта ҡоштоң үлеменә килтерә.
Уны ҡырағай күсмә ҡоштар тарата. Рәсәйҙең 11 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостан менән күрше Татарстанда һәм Силәбе өлкәһендә грипп буйынса хәүефле 75 пункт теркәлгән дә инде. Башҡортостандың Баҡалы районынан биш саҡрым алыҫлыҡта ла ауырыу сығанағы табылған. Әлеге ваҡытта унда вирустың таралыуын бөтөрөү менән шөғөлләнәләр.
Башҡортостандың ветеринария хеҙмәтендә 8 800 775 58 28 номеры буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй. Ҡоштар ҡапыл ҡырыла башлаған осраҡта шылтыратып, белгестәр менән кәңәшләшергә мөмкин.
«Әгәр берәй хужалыҡта сир асыҡланһа, тотош төбәк карантинға ябыла: продукцияны сығарыу тыйыла. Башҡортостанда ҙур ҡошсолоҡ предприятиелары күп: Благовар тоҡомло ҡошсолоҡ заводы, «Башҡортостан бройлеры», «Индюшкин». Шуға күрә вирустың республика биләмәһенә үтеп инеүенә юл ҡуймау мөһим. Ҡырағай ҡоштар менән бәйләнешкә инмәһендәр өсөн шәхси хужалыҡтарҙағы ҡош-ҡортто тиҙ арала ябып ҡуйырға, билдәһеҙ мал аҙығы һатып алмаҫҡа, тере ҡош-ҡорт индермәҫкә кәрәк», — тине Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөн республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республика менән сиктәш зоналарҙа ауырыу таралыу сәбәпле, Салауат районында, дөйөм алғанда, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында ҡош-ҡорт һатыуға ветеринария контроле көсәйтелде.
Башҡа төбәктәрҙә ҙур ҡошсолоҡ фабрикаларында ҡош киҙеүенең таралыуы теркәлгән. Башҡортостанда әлегә йорт ҡоштарының ошо хәүефле инфекцияны йоҡтороу осраҡтары юҡ. Халыҡҡа ҡош-ҡортто ихатала ғына тоторға кәңәш ителә.