Ауыл уттары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәхси ҡура
7 Апрель 2023, 10:45

БОРОСТАРҒА ҺЫУҘЫ КҮП ҺИПМӘГЕҘ

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТЕ ҮҘЕГЕҘГӘ АЛЫРҒА ОНОТМАҒЫҘ

Был сир ҙә, бактерия ла, инфекция ла түгел. Күп осраҡта һыу күп һипкәндән барлыҡҡа килә. Боростарға әҙ генә һыу һибеү етә. Артыҡ һыуҙы япраҡтар үҙләштереп бөтөрә алмағас, төрткөләр барлыҡҡа килә. Унан боростоң япраҡтары ҡойола башлай, тамырҙары серей. Был осраҡта ерен киптерергә кәрәк. Иң беренсе ерен йомшартығыҙ, һауыттарына өҫтәмә тишектәр тишегеҙ. Бик йылы урынға ҡуйығыҙ йәки тупрағын алыштырығыҙ. Яҡты тәҙрә төбенә ҡуйығыҙ. Нисек тә ерен киптереп алыу яғын ҡарағыҙ. Бер аҙнанан "Пин" препараты һиптерегеҙ.

Үҫенте ҡояш нурҙары күрмәһә, ҡуйы булһа, елләп ултыра алмаһа, бүлмәнең температура юғары булһа ла "водянка" барлыҡҡа килә. Үҫентеләргә лә тейешле тәрбиә кәрәк.

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: