Ауыл уттары
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шәхси ҡура
16 Июль 2023, 22:00

Йәш эшҡыуарҙар клубына рәхим итегеҙ

Әгәр һеҙгә 14 - 35 йәш һәм һеҙ Башҡортостандан икән, үҙмәшғүл йәки шәхси эшҡыуар булараҡ өс йылдан кәмерәк эшләһәгеҙ.    

Йәш эшҡыуарҙар клубына рәхим итегеҙ
Йәш эшҡыуарҙар клубына рәхим итегеҙ

Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты тормошҡа ашырған йәш эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә үҙ бизнесыңды үҫтереү, шулай уҡ тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә дәүләт заказы алыу мөмкинлеге бар.

Программала нисек ҡатнашырға? Һылтанма буйынса ғариза ҡалдырырға:
https://vk.cc/cpu38z

Әгәр һеҙ сифатлы продукция эшләйһегеҙ йәки сифатлы хеҙмәт күрһәтәһегеҙ икән, тимәк, Дәүләт комитетының даими партнеры була алаһығыҙ. Мәҫәлән, промо өсөн үҙенсәлекле материал эшләйһегеҙ һәм төрлө кимәлдә шәп саралар ойоштораһығыҙ.

Иғтибар итегеҙ, 14 йәштән 17 йәшкә тиклемгеләр эшҡыуарлыҡ менән ата-әсәнең ризалығы менән генә шөғөлләнә ала.

Нисек кенә булмаһын, «Йәшлек House» йәштәр майҙанында эшләгән Йәш эшҡыуарҙар клубына рәхим итегеҙ. Бында яңы эш башлап торған тиҫтәләрсә йәштәр тәжрибәле остаздар етәкселегендә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә үҙ компетенцияһын арттыра, тәжрибә уртаҡлаша һәм камиллаша. Уларҙы Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 86-сы йорт адресы буйынса табырға, 8 (987) 099 80 49 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

Күберәк мәғлүмәт: https://vk.cc/cpu76P

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: