Кадастр хаҡы — күсемһеҙ милек объектының (ер участкаһы, йорт, фатир) дәүләт билдәләгән һәм көйләгән хаҡы. Баһа биреү күпләп һәм аныҡ критерийҙар буйынса үткәрелә. Кадастр хаҡы тураһында мәғлүмәт берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында бар. Шуға күрә, уны белер өсөн "Росреестр"ға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Кадастр хаҡын бер нисә юл менән белергә мөмкин:
"Асыҡ кадастр картаһы" https://vk.cc/c6OfXy сервисы ярҙамында ер участкаларының һәм капиталь төҙөлөш объекттарының (бина, ҡоролма) кадастр хаҡын белергә була. Мәғлүмәт алыу маҡсатында объектты кадастр номеры буйынса картала табырға йәки киңәйтелгән режимда эҙләргә.
"Online режимында күсемһеҙ милек объекттары буйынса белешмә мәғлүмәт" https://vk.cc/c6IoHM сервисы ярҙамында күсемһеҙ милек объектының (шул иҫәптән, биналарҙың (фатирҙарҙың, офистарҙың) кадастр хаҡын, шулай уҡ кадастр хаҡы билдәләнгән датаны ҡарарға мөмкин. Күсемһеҙ милек объектының кадастр һаны буйынса ла, уның адресы буйынса ла эҙләргә була.
3⃣ "Дәүләт кадастр баһаһы мәғлүмәттәре фондынан мәғлүмәттәр алыу" https://vk.cc/csmcb4 сервисы ярҙамында. Бының өсөн "Кадастр һаны буйынса эҙләү" тигән вкладканы һайларға, уның кадастр һанын яҙырға һәм эҙләү төймәһенә баҫырға кәрәк. Һөҙөмтәлә күсемһеҙ милек объектының кадастр хаҡы, уны билдәләү һәм ҡулланыу датаһы тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа киләсәк. Бында үткәрелгән һәр дәүләт кадастр баһаһынан һуң хаҡтың нисек үҙгәреүе тураһында мәғлүмәт күрһәтеләсәк. Шулай уҡ, ошо сервиста дәүләт кадастр баһаһы йомғаҡтары хаҡында отчет алырға йәки дәүләт кадастр баһаһын ниндәй төбәк власы органы үткәргәнен, дәүләт кадастр баһаһы йомғаҡтары тураһында отчет әҙерләгән бюджет учреждениеһының атамаһын һәм кадастр хаҡын билдәләү һөҙөмтәләрен раҫлау тураһында акт реквизиттарын белергә мөмкин. Мәғлүмәт реаль ваҡыт режимында бушлай бирелә.
4⃣ Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсемһеҙ милек объектының кадастр хаҡы тураһында өҙөмтә ярҙамында. Уны Дәүләт хеҙмәттәрендә һәм Күп функциялы үҙәктә бушлай онлайн алырға мөмкин
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан