Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхси ҡура
8 Апрель , 21:40

Антуриумдың сәскәһе оҙаҡ һаҡлана

Апрелдә асылған сағыу сәскәләр йәй аҙағында тиклем ултыра.

Антуриумдың сәскәһе оҙаҡ һаҡлана
Антуриумдың сәскәһе оҙаҡ һаҡлана

Антуриумдың сәскә атыуын сәскәле үҫемлектәр өсөн комплекслы ашлама стимуллаштыра, уның менән һәр ике аҙна һайын яҙ буйына һәм сәскә атҡанға тиклем туҡландырырға кәрәк. Ашлама составы: азот - 15, фосфор – 15, калий – 15, калий – 1 гуматы, Шулай уҡ Mg, S, B, Cu, Fe, Cn микроэлементтары. Шуны әйтергә кәрәк, бүлмә сәскәләре өсөн ашлама пакеты 30 грамм оҙаҡҡа етә, сөнки 5 литр һыуға ни бары 1 сәй ҡалағы ғына иретелә.

Антуриум гөрләп сәскә атһын өсөн, дөрөҫ күсереп ултыртыуҙан тыш, үҫемлеккә уңайлы шарттар булдырырға кәрәк: яҡтылыҡ, температура, һауаның дымлылығы һәм һыу һибеү.

Антуриум көнсығыш тәҙрәлә үҙен яҡшы тоя, унда ҡояш иртәнге сәғәттәрҙә генә ҡарай.

Бүлмәлә һауа температураһы бер кимәлдә булыуы яҡшы.

Сәскәләрҙе йәйгеһен ҡояш тәҙрә төбөнә күсерергә ярамай, сөнки ҡояштың эҫе нурҙары япраҡтарҙа яндырырға мөмкин.

Антуриум душ аҫтында йыуынырға ярата. Һауаның дымлылығын арттырыу өсөн сәскә эргәһенә һыу ҡуйыу яҡшы.

Антуриумды, көршәктәге субстраттың өҫкө ҡатламы ҡороғандан һуң һуғарырға кәрәк. Һыуҙы күп һибеү сәскәгә кире йоғонто яһай, уның сәскәләре ваҡлана, ә япраҡтарында ҡоро таптар барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Антуриумдың гөрләп сәскә атыуының ябай серҙәре. Сәскәгә оҙаҡ сәскә атырға мәжбүр иткән сихри саралар һәм ашламалар юҡ, тик дөрөҫ тәрбиә һәм хәстәрлек. Уларҙа ихтибарҙы ярата.

 

 

Сығанаҡ:https://vk.com/club220006869

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: