Ауыл уттары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхси ҡура
9 Апрель , 22:35

Йәй көнө роза гөлө күп итеп сәскә атһын, сәскәләре ҙур булһын тиһәгеҙ

Түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!

Өшөгән ботаҡтарҙы яҙ көнө сәләмәт бөрөгә тиклем киҫеп алыу мөһим. Ул урындар ҡара көрән төҫтә булып күренеп тора.

Һабаҡтарҙағы ҡыҙғылт көрән таптар үҫемлектең серей башлауы тураһында әйтә.

 

Розаларҙа бәшмәк пәйҙә булһа, тимер купоросы менән эшкәртеү яҡшы.

Яҙ көнө башҡараһы эштәрҙең мөһиме, уларҙы ҡырҡыу. Уны бер нисә тапҡыр башҡарырға кәрәк. Башта санитар ҡырҡыу үткәрелә – өшөгән, серегән, һынған ботаҡтар киҫелә. Иҫке ботаҡтар һәм эскә табан үҫеүсе йәш тармаҡтарҙы ла ҡалдырмайҙар.

Санитар киҫеүҙең ҡағиҙәләре:

✅ яҙ көнө башҡарыла;

✅ бөрөләр асылғансы;

✅ сәләмәт бөрө өҫтөнән 5-6 мм-ара ҡалдырыла;

✅ 45 градуслыҡ мөйөш яһап киҫелә.

Иҫке розаларҙы бер тармаҡта өс кенә бөрө ҡалдырып киҫеп йәшәртәләр.

Розаларҙың яңы тармаҡтары үҫеп, сәскә бөрөләре барлыҡҡа килә башлаған мәлдә уларға фосфор кәрәк.

Яҙ көнө башҡараһы мөһим эштәрҙең тағы береһе – розаларҙы ҡоротҡостарҙан һаҡлау. Ғәҙәттә был йылы көндәр башланып, бер нисә көн уҙғас, ҡоротҡостар уянып сыҡҡандан һуң башҡарыла. Препараттарҙы ҡулланыр алдында розаларҙың төбөн йомшартып, тупраҡты йомшартырға кәрәк. Был барлыҡ бөжәктәр ҙә өҫкә, йылыға сыҡһын өсөн эшләнелә.

Тупраҡтың структураһын яҡшыртыу маҡсатынан розаларҙың төптәренә компост һалырға була.

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: