Бөтә яңылыҡтар
Шәхси ҡура
3 Июль 2024, 11:55

Һарымһаҡ уҡтарынан тәмле соус

Рецепты үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ!

400 грамм. һарымһаҡ уҡтарын ит тартҡыс аша үткәрергә. 0,5 л. һыу, 0,5 л. томат пастаһы, 0,5 ст. шәкәр, 0,5 ст. үҫемлек майы 1 бал ҡалағы тоҙ һалып 20 минут бешерәбеҙ, һүндерер алдынан 2 аш ҡалағы 9% аш һеркәһе өҫтәйбеҙ. Соус әҙер! Эҫе килеш банкаларға тултырып ҡышҡылыҡҡа һаҡларға мөмкин.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор: Лена Валиуллина
Читайте нас