Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Март 2017, 20:40

Иғтибар үҙәгендә – инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу

Башҡортостанда инвалидтарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға ҙур иғтибар бүленә. Был уларҙы эш менән тәьмин итеү өлкәһенә лә ҡағыла. Мәҫәлән, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн эш урындарын квоталау уларҙың мәшғүллеген ойоштороу ысулдарының береһе булып тора. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарары, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бойороғо бар. Ошо норматив акттарға ярашлы, кәмендә 35 һәм унан күберәк кеше эшләгән ойошмалар исемлектәге эшселәрҙең уртаса һанының 2 проценты күләмендә инвалидтарға эш урындары булдырырға тейеш. Ҡыҫҡаһы, квота системаһы эш биреүселәрҙе инвалидтарҙы эшкә алырға мәжбүр итә.

Район хакимиәтенең ултырыштар залында яңыраҡ булып үткән кәңәшмәлә ойошмалар етәкселәре, кадрҙар хеҙмәте һәм халыҡ мәшғүллеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре нәҡ ошо мәсьәләне тикшерҙе. Кәңәшмә эшендә район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротков, район хакимиәте эштәре идарасыһы Т.Ф.Дәүләтшин ҡатнашты.

Кәңәшмәлә Урал аръяғы район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Йылайыр районы буйынса бүлеге начальнигы Г.В.Бегун сығыш яһаны. Инвалидтар өсөн эш урындарын квоталауҙың төп үҙенсәлеге – инвалид өсөн махсус әҙерләнгән эш урынын бүтән бер кемгә лә тәҡдим итеп булмауында, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул, райондың эш биреүселәренә мөрәжәғәт итеп.

2013 йылға тиклем эш биреүселәр квотаға ярашлы эш урындары булдырырға ғына бурыслы ине. Ҡануниәттәге үҙгәрештәр уларҙың бурыстарын арттырҙы. Хәҙер ойошма эш урындары тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелгән үҙенең урындағы хоҡуҡ акттарын ҡабул итергә тейеш.

Шулай итеп, дәүләт ойошмаларҙы инвалидтарға эш бирергә мәжбүр итә. Шуға ла эш биреүсе вакансиялы урындарҙың иҫәбен даими алып барырға тейеш. Квота билдәләнгән һәр ойошма булдырылған эш урындары, вазифалар тураһында айына бер тапҡыр һәр айҙың 5-енән дә һуңлатмай мәшғүллек үҙәгенә отчет биреп барырға бурыслы. Бынан тыш, эш урындарының һаны, уларҙың ниндәй һөнәрҙәр өсөн булдырылыуы, ауырлылыҡ, зыянлылыҡ класы күрһәтелгән урындағы хоҡуҡ акттары тураһында ла мәғлүмәт ебәрергә кәрәк.

Ләкин мәшғүллек үҙәген иң тәүҙә квотаның үтәлеше – отчет осоронда нисә инвалидтың эшкә алыныуы ҡыҙыҡһындыра.

Инвалидтарға эш урындары биреү – ойошмаларҙың бурысы, тип айырым һыҙыҡ өҫтөнә алды Галина Васильевна. Норманы үтәүҙән ситләшкән – эш урындары тураһында мәғлүмәт бирмәгән, билдәләнгән квотаны үтәмәгән, квота сиктәрендә инвалидты эшкә алыуҙан законһыҙ баш тартҡан етәксе административ язаға тарттырылырға мөмкин.

Былтыр район территорияһында эш урындары квоталанған 8 ойошма һәм предприятие беркетелгән: үҙәк район дауаханаһында – 5 квота, “Йылайыр урманы” дәүләт унитар предприятиеһында – 2, район мәғариф бүлегендә, ветеринария станцияһында, мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә, “Йылайыр” ҡулланыусылар йәмғиәтендә, Кананикольск урман хужалығында, Урал аръяғы агроинженерия колледжында – 1-әр квота. Бөтәһендә лә квоталарға ярашлы эш урындары булдырылған, эшкә урынлаштырыу 58 процентҡа үтәлгән, үҙәк дауахана менән колледжда ғына бер инвалид та эшкә алынмаған.

2017 йылда инвалидтар өсөн эш урындарын квоталау исемлегенә түбәндәге ойошмалар индерелгән: Н.Р.Ириков исемендәге Йылайыр урта мәктәбе, Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы, Матрай һәм Юлдыбай урта мәктәптәре, район мәғариф бүлеге, Йылайыр урман хужалығы, Урал аръяғы агроинженерия колледжы, “Йылайыр” ҡулланыусылар йәмғиәте, үҙәк район дауаханаһы.

Быйыл инвалидтарҙы квоталанған эш урындарына алыуға талап тағы ла ҡатыраҡ буласаҡ, сөнки Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының килешеүенә ярашлы, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуҙы 27 процентҡа тиклем еткерергә кәрәк. Әгәр беҙҙең районда эшкә һәләтле йәштәге 147 инвалид булыуын иҫәпкә алһаҡ, уларҙың 40-ы эшкә урынлаштырылырға тейеш.

Сығышын йомғаҡлап, Г.В.Бегун етәкселәрҙең был мәсьәлә компетентлы, аңлы һәм яуаплы булыуына өмөтөн белдерҙе, халыҡ мәшғүллеге үҙәге, үҙ сиратында, эш биреүселәргә киң мәғлүмәт саралары, “түңәрәк өҫтәлдәр”, кәңәшмәләр, шәхси консультациялар аша был мәсьәләлә һәр яҡлап булылышлыҡ итәсәк, тине.

Читайте нас: