2016 йылдың 3 июлендәге “Рәсәй Федерацияһында белем биреү
тураһында” Федераль закондың 36-сы статьяһына үҙгәрештәр индеререү тураһында ”Федераль законға ярашлы, 2017 йылдың 1 ғинуарынан дәүләт социаль стипендияһын алырға дәүләт социаль ярҙамын алыусы студенттар хоҡуҡлы. Ошо Законды бойомға ашырыу маҡсатында республикала аҙ килемле һәм яңғыҙ йәшәүсе граждандарға түбәндәге адреслы социаль ярҙам төрҙәре күрһәтелә:
Башҡортостан Республикаһында аҙ килемле граждандарға социаль ярҙам; социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам (АСПК); БР биләмәһендә йәшәүсе ауыр тормош хәлендәге граждандарға матди ярҙам.
Шуны билдәләп үтер кәрәк: дәүләт социаль ярҙамын студент үҙе, шулай уҡ ғаилә лә алырға мөмкин. Йәғни, 2016 йылдың 31 декабренә тиклем социаль стипендия алыу өсөн студенттарға белешмә килтерелгән документтар нигеҙендә бирелде, мәғлүмәттәрҙе базаға индереү талабы булманы. Закондағы үҙгәрештәргә бәйле, 2017 йылдың 1 ғинуарынан социаль стипендия алыу өсөн белешмә базанан сығарылырға тейеш, йәғни студент социаль пособие алыусы йәки уның ғаиләһе социаль пособие алыусы – матди ярҙам йәки АСПК алыусы булып иҫәпләнергә тейеш. Мәҫәлән, ғаиләлә 4-5 бала бар, ти. Был осраҡта әсәй кеше бәләкәй балаларының һәр береһенә 132 һум 50 тиндән пособие ала – был осраҡта студентҡа социаль пособие юллау кәрәкмәй, социаль стипендияға белешмә базанан алына, сөнки ғаилә был пособиены алыусы булып иҫәпләнә инде.
Үҙгәрештәр ғаиләһендә 1-2 бала булған кешеләргә ҡағыла, сөнки был категория социаль пособие алырға хоҡуҡлы түгел. Кемдәр социаль пособие алырға хоҡуҡлы һуң?
– инвалидтар;
– эшләмәгән, 60 йәшкә еткән яңғыҙ ир-ат пенсионерҙар, 55 йәшкә еткән, эшкә һәләтле бәлиғ һәм ҡануниәткә ярашлы уларҙы ҡарарға тейеш булған туғандары булмаған ҡатын-ҡыҙҙар;
– ауыры 20 аҙна һәм унан да ҙурыраҡ срокта булған йөклө ҡатындар;
– 1-се төркөм инвалидын йәки инвалид баланы ҡараған эшкә яраҡлы эшләмәүсе кешеләр;
– Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү учреждениеларында йәки башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларында көндөҙгө бүлектә уҡып йөрөгән 18 йәштән 23 йәшкә тиклемге уҡыусылар;
– Башҡортостан Республикаһының урта һәм юғары һөнәри белем биреүсе дәүләт учреждениеларының көндөҙгө бүлегендә уҡып йөрөгән 23 йәшкә тиклемге студенттар.
Закондағы үҙгәрештәргә бәйле, 2017 йылдың 1 ғинуарынан социаль стипендияға белешмәләр яңы форматта биреләсәк. Белешмә алыу өсөн үҙең менән студенттың уҡыған еренән белешмә, һуңғы 3 айға стипендия күләме тураһында белешмә, студенттың паспортынан күсермә (2-се – 3-сө, 5-се, 14-се биттәре) кәрәк.