Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Ноябрь 2017, 18:19

Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел...

Балалар – беҙҙең киләсәк. һәр өлкән кеше иртәгәһе көнө яҡты һәм яҡшы булыуы өсөн тырышып эшләргә, йәшәргә тейештер. Һәр бала ата-әсә наҙына төрөнөп, һөйөлөп йәшәһен ине лә ул! Әммә тормош ҡатмарлы. Кемдер уйламаҫтан, абайламаҫтан яңылыш юлға баҫа. Ә бының һөҙөмтәһе бер – бәхетһеҙ яҙмыштар, тормошҡа ашмаған хыялдар, өҙөлгән ғүмерҙәр. Иң ҡурҡынысы, бер ниҙә лә ғәйебе булмаған балаларҙың күҙ йәше түгелә...

Балалар – беҙҙең киләсәк. һәр өлкән кеше иртәгәһе көнө яҡты һәм яҡшы булыуы өсөн тырышып эшләргә, йәшәргә тейештер. Һәр бала ата-әсә наҙына төрөнөп, һөйөлөп йәшәһен ине лә ул! Әммә тормош ҡатмарлы. Кемдер уйламаҫтан, абайламаҫтан яңылыш юлға баҫа. Ә бының һөҙөмтәһе бер – бәхетһеҙ яҙмыштар, тормошҡа ашмаған хыялдар, өҙөлгән ғүмерҙәр. Иң ҡурҡынысы, бер ниҙә лә ғәйебе булмаған балаларҙың күҙ йәше түгелә...
Бала күңеле – көҙгө, тип тә юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Бала тәрбиәләү – оло хеҙмәт. Әгәр ҙә балаңды мәрхәмәтле, инсафлы итеп күрергә теләһәң, эште, беренсе сиратта, үҙеңдән башларға кәрәк.
21 ноябрь – Бөтә донъя бала хоҡуҡтары көнө билдәләнде. Был дата айҡанлы, Йылайыр мәғлүмәт үҙәге директоры Барис Ишбулды улы Солтановтың башланғысы менән “Ауыл уттары” гәзите редакцияһы коллективы Матрай ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютында булып китте. Килеүебеҙҙең маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған кескәйҙәргә күңел йылыһы өләшеү.
Матрайҙағы балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты 2009 йылдан эшләп килә. Оҙаҡ йылдар ошондай уҡ балалар приюты район үҙәгендә лә бар ине. Ул ябылғас, балалар икенсе ҡалаларға ебәрелә. Хәҙерге приют Матрай ауылындағы элекке дауахана бинаһында урынлашҡан. Әлеге көндә бында 18 бала ваҡытлыса йәшәй. Әйтергә кәрәк, улар өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған. Приют асылғаны бирле уның мөдире булып эшләүсе Светлана Баязит ҡыҙы Сәйфуллина бының өсөн күп тырышлыҡ һала. Ҡыҙҙар һәм малайҙар яҡты, иркен һәм заманса йыһазландырылған бүлмәләрҙә йәшәй. Дәрес әҙерләү һәм ял бүлмәләре лә бар унда.
Бындағы һәр бүлмә матур, зауыҡ менән биҙәлгән. Уларҙы балаларҙың тәрбиәселәре менән бергәләп эшләгән ҡул эштәре биҙәй. Ихлас күңелдән башҡарылған был әйберҙәрҙән аңлатып бөткөһөҙ йылылыҡ бөркөлә төҫлө.
– Бында ваҡытлыса ғына булһа ла йәшәгән кескәйҙәрҙең ниндәйҙер шөғөлгә ҡыҙыҡһыныуын, һәләтен үҫтереү беҙҙең төп эш йүнәлешебеҙ. Әлеге көнгә тиклем беҙҙә Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондарынан һәм Баймаҡ ҡалаһынан бөтәһе 15 бала йәшәй ине, Сибайҙағы ошондай уҡ социаль приют ремонтҡа ябылыу сәбәпле, ундағы мәктәп йәшендәге балалар беҙгә күсерелде, – тип һөйләй Светлана Баязит ҡыҙы. – Беҙгә килеп эләккән балалар бында 1 йылға тиклем йәшәй ала. шул осор эсендә уларҙы ғаиләләргә урынлаштырып өлгөрмәһәк, улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар йортона эләгә. Әлбиттә, беҙҙә тәрбиәләнеүселәрҙе матур ғаиләләргә урынлаштырырға тырышабыҙ. Тәүҙә баланы ялға ҡунаҡҡа ғына алып ҡайтып йөрөргә мөмкин. Шулай итеп бала ла, уны алырға теләүсе ғаилә лә бер-береһе менән яҡынданыраҡ таныша. Бала алырға килгәндәргә, иң тәүҙә уның холоҡ үҙенсәлектәре тураһында һөйләйбеҙ. Беҙгә килеп эләккән балаларҙың һәр ҡайһыһына айырым ҡараш, йылы мөнәсәбәт талап ителеүен дә әйтеп китергә кәрәк. Приют коллективына килгәндә, беҙ һәр баланы нисек бар шулай яратып өйрәнгәнбеҙ.
Бер ғаиләнән дүрт бер туғандар ҙа бар приютта, мәҫәлән. Уларҙы ғаиләгә урынлаштырырға кәрәк тип табылһа, бер-береһенән айырмаҫҡа тырышасаҡтар.
– Балаларҙың ваҡытлыса йәшәүе өсөн тәғәйенләнгән приюттың тормошон яҡшыртыу өсөн бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткәндәр күп, Аллаға шөкөр. Мәҫәлән, Матрай егете Ирек Мәҡсүтов йыш ҡына аҡсалата ярҙам итһә, “Изгелек” һәм ҡайһы бер башҡа хәйриә фондтары ла ярҙам ҡулы һуҙа. Баймаҡ районынан шәхси эшҡыуар Фәррәх Ҡашҡаров 11 пар быйма биреп ҡыуандырҙы. Унан тыш, Баймаҡ ҡалаһындағы – “Белошвейка”, Сибай ҡалаһындағы – “Аладдин”, Магнитогорск ҡалаһының Йылайырҙағы “Штиль” магазиндары тарафынан тәҙрәләр өсөн заманса ламбрекендар, балаҫтар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алынды. Шулай уҡ яҡташыбыҙ Б.Мелкоедов, Р.Юлъяҡшин концерт-берекмәһе директоры И.Үтәшевтәр ҙә бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтә. Район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллиндың да балаларҙы байрамдар, айырыуса, Яңы йыл байрамы менән килеп ҡотлауы, татлы приздар өләшеүе әйтеп бөткөһөҙ әһәмиәтле. Ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған бөтә бағымсыларға һәм район хакимиәтенә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, – тип өҫтәй социаль приют мөдире С.Сәйфуллина.
Аҡсалата ярҙамдан социаль приютҡа иң кәрәкле әйберҙәр алына. Мәҫәлән, быйыл, урын-ер ҡаралдылары яңыртылған, принтер, компьютер кеүек оргтехника һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алынған.
Әйткәндәй, беҙҙең коллектив приют балаларына кейемдәр менән ярҙам итте. Бында килеп эләккән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы кейендереү бер ни тиклем ҡыйынлыҡтар тыуҙыра икән. Мәҫәлән, йәйен килгән баланың көҙгө, ҡышҡы әйберҙәре булмай. Ошондай ярҙамды гәзит уҡыусылары араһынан да күрһәткәндәр табылһа, яҡшы булыр ине. Тотонолған, кейелгән өҫкө кейемдәрҙең таҙа, яҡшы хәлдә, йыуылған булыуы ғына шарт. Беҙ алып барған бүләктәрҙе һәм күстәнәстәрҙе балалар бик ихлас ҡабул итеп алып, рәхмәттәрен ҡат-ҡат ҡабатлап, тағы ла килегеҙ тип оҙатып ҡалдылар. Мәрхәмәтлек акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, дуҫтар!

Гөлгөнә ҒӘРИФЙӘНОВА.

Читайте нас: