Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Декабрь 2017, 11:32

Халыҡ әүҙем ерҙә тормош та яҡшы

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашмай ҡалған ауыл биләмәһе беҙҙең районда юҡ. Төҙөк ауылдары, әүҙем һәм дәртле халҡы менән айырылған Ҡашҡар ауыл биләмәһе лә был программанан ситтә ҡалмай.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашмай ҡалған ауыл биләмәһе беҙҙең районда юҡ. Төҙөк ауылдары, әүҙем һәм дәртле халҡы менән айырылған Ҡашҡар ауыл биләмәһе лә был программанан ситтә ҡалмай.
Мәҫәлән, программа тәүге йыл эшләй башлағас та, ҡашҡарҙар ауыл биләмәһенә ҡараған ҙур ғына ауылдарҙың береһе – Исҡужала хоккей майҙансығы төҙөү проектын хуплап сыға. Киләһе йылына ауыл халҡы Ҡашҡар ауылының Йылға аръяғы урамында юлды тәртипкә килтереү проекты өсөн тауыш бирә. 2016 йылда ауыл биләмәһе халҡы күп кенә башҡа тәҡдимдәр араһынан дүрт ауылдың да урамдарын яҡтыртыу проектын һайлай. Хәҙер был ауыл урамдары тулыһынса яҡтыртылған.
Ҡашҡар ауыл биләмәһенең 2018 йылда ошо программала ҡатнашыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн үткәрелгән йыйылышта ла халыҡ күп булды. Унда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.С.Солтанов, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары М.Ғ.Әхмәров ҡатнашты.
– Быға тиклем урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнашып килдек. Уның ярҙамында ауыл биләмәһендә күп кенә эштәр башҡарылды. Беҙҙә халыҡ бик әүҙем, шуныһы һөйөнөслө. Быйыл да ауыл биләмәһе халҡынан күп кенә тәҡдимдәр булды. Күптәр Ҡашҡар ауылында балалар майҙансығын эшләү проектын тәҡдим итһә, ҡайһы берәүҙәр спорт ҡорамалдары һатып алыу мәсьәләһен күтәрҙе. Шулай ҙа күпселек тауыш менән ауылдағы фельдшер-акушер пунктын ремонтлау проекты өҫтөнлөк алды. Проект суммаһы 650 мең һум булһа, шуның 70 меңен биләмә халҡынан йыйыу ҡаралған. Инициатива төркөмө һайланды, улар, һайланған проект конкурстан үтһә, халыҡтан аҡса йыйыу буйынса эш башлаясаҡ,– ти Ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Г.С.Мостафина.
Ҡашҡар менән Исҡужа ауылдары халҡын хеҙмәтләндергән фельдшер-акушер пунктының бинаһы 1964 йылда күсереп алып килеп ултыртылған. 2006 йылда бинаға газ үткәрелгән. Шунан алып төрлө йылдарҙа косметик ремонт ҡына яһалған. Хәҙерге көндә бинаның ҡыйығы, тәҙрәләре алыштырыуҙы талап итә. Быларҙан тыш, бинаға ингән урынды йүнәтергә, йылытыу системаһын көйләргә кәрәк.
Үҙе йәшәгән ауылдың тормош-көнкүрешенә битараф булмаған халыҡтың тырышлығы менән күп нәмәләр эшләргә була. Шулай уҡ күмәк эштең кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайтыуы, берләштереүе лә бөгөн бик мөһим.

Читайте нас: