Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Декабрь 2017, 18:43

Уҙып барған 2017 йыл районыбыҙҙың иң төпкөл биләмәләренең береһе һаналған Кананикольск ауылы халҡы хәтерендә ҡыуаныслы бер ваҡиға менән иҫтә ҡаласаҡ: бында тантаналы шарттарҙа дауалау амбулаторияһы асылды.

Уҙып барған 2017 йыл районыбыҙҙың иң төпкөл биләмәләренең береһе һаналған Кананикольск ауылы халҡы хәтерендә ҡыуаныслы бер ваҡиға менән иҫтә ҡаласаҡ: бында тантаналы шарттарҙа дауалау амбулаторияһы асылды.

Уҙып барған 2017 йыл районыбыҙҙың иң төпкөл биләмәләренең береһе һаналған Кананикольск ауылы халҡы хәтерендә ҡыуаныслы бер ваҡиға менән иҫтә ҡаласаҡ: бында тантаналы шарттарҙа дауалау амбулаторияһы асылды.
Ауыл халҡының күптәнге хыялы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу арҡаһында тормош-ҡа ашты. Йәғни, амбулатория бинаһын ремонтлауға киткән сығымдарҙың төп өлөшө республика ҡаҙнаһынан ҡапланһа, ҡалған сумма биләмә халҡынан һәм бағымсыларҙан йыйылған. Шулай итеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күмәк көс менән әллә күпме эш башҡарылған: бинаның ҡыйығы яңынан ябылған, скважиналар ҡаҙылып, эскә һыу үткәрелгән, һыу йылытыу өсөн газ ҡаҙанлығы, яңы пластик тәҙрәләр, ишектәр ҡуйылған.
Бинаның эсендә лә ҙур ремонт эштәре башҡарылған. Подрядсы Ю. Айытҡоловтың эшенән бында бик ҡәнәғәт ҡалғандар.
Кананикольск ауылы халҡының шатлығын уртаҡлашыу өсөн хөрмәт-ле ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Ауыл амбулаторияһын тантаналы асыуҙа район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин, Йылайыр үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы мөдире И.А. Хәмитов, район дауаханаһының бер төркөм табиптары ҡатнашты.
Башта йыйылыусылар алдында Кананикольск ауыл биләмәһе башлығы Н.И. Корнева телмәр тотто:



Надежда Ивановна амбулатория бинаһында дарыухана асылыуын да һөйөнсөләне:
– Район хакимиәте башлығының биләмә халҡы менән һуңғы осрашы-уында йыйылыусылар Илгиз Лирман улына ауылда дарыухана асырға ярҙам итеүен һорап мөрәжәғәт иткәйнеләр. Граждандарҙың үтенесен иғтибар менән тыңлап, район хакимиәте башлығы был мәсьәләнең мотлаҡ ыңғай хәл ителәсәге тураһында белдерҙе һәм ул һүҙендә торҙо. Әлеге осрашыуҙан һуң ике аҙна тирәһе ваҡыт үтеп китеүгә беҙ дарыуханалы булдыҡ. Беҙҙең турала һәр ваҡыт хәстәрлек күргән Илгиз Лирман улына ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Әйткәндәргә ихлас ҡушылып, йыйылыусыларҙың гөрләтеп ҡул сабыуы аҫтында И.Л. Фәтҡуллинға Кананикольск ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды.
– Республика Башлығы Рөс-тәм Зәки улы Хәмитов үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә, “власть органдары һәм уның барлыҡ тармаҡтары өсөн иң мөһиме – халыҡ менән бергә булыу, кешеләр мәнфәғәтендә эшләү”, тине. Республикабыҙ, тыуған районыбыҙ киләсәге өсөн беҙҙең барыбыҙҙа ла оло яуаплылыҡ ята, – тип билдәләне Илгиз Лирман улы. – Һаулыҡ һаҡлау системаһы граждандарҙың йәшәү кимәлен күтәреүгә һәм иҡтисадыбыҙҙың ҡеүәтен арттырыуға туранан-тура тәьҫир итә, шуның өсөн дә уны үҫтереү мәсьәләләренә беҙҙең республикала бик ҙур иғтибар бүленә. Кананикольск ауылында амбулатория асыу – күләмле эштең башы ғына әле. Фельдшер-акушер пункттарын яңыртыу эше артабан да дауам итәсәк, модулле ФАП-тар ҡайтарылыуы ла планлаштырылған.
Сығышы аҙағында Илгиз Лирман улы йыйылыусыларға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Р.Й.Нагаевтың да ҡайнар сәләмен еткерҙе. Әйткәндәй, Республика клиник дауаханаһынан табиптар бригадаһы беҙҙең районға йыш килеп тора.
Бына көтөп алынған, тулҡын-ландырғыс мәл дә етте. Матур йола буйынса ал таҫманы ҡырҡып, йыйылыусылар яңыртылған амбулатория бинаһына үтте. Амбулатория 5 койка-урынға иҫәпләнгән. Бынан тыш, физиотерапия, стоматология кабинеттары үҙ ишектәрен асты, клиник-диагностикалау лабораторияһы эшләй. Мәғлүмәттәрҙе дистанцион тапшырыусы ЭКГ кабинеты булдырылыуына айырыуса ҡыуанды урындағы халыҡ.
Амбулатория коллективында 8 кеше эшләйәсәк. Медицина учреждениеһын табип-терапевт Нелли Валерьяновна Фәтхетдинова етәкләй. Әйткәндәй, йәш белгес Кананикольскиға эшкә “Ауыл табибы” программаһы буйынса килгән.
Ошо уҡ көндә Йылайыр үҙәк район дауаханаһы табиптары Кананикольск ауылы халҡын ҡабул итте.
Зөбәржәт ҺИҘИӘТОВА.
Читайте нас: