Ауыл уттары
0 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
25 Ғинуар 2018, 18:30

Мәктәптәр һәм ФАП-тар – иғтибар үҙәгендә

Сер түгел, район хакимиәтенең уңышлы эшмәкәрлеге нигеҙендә район тормошон билдәләүсе хәл-ваҡиғаларҙың даими мониторингы ята, йәғни, халыҡ йәшәйешенең барлыҡ өлкәләрендә лә хәбәрҙар булыу уның күп кенә проблемалы мәсьәләләрен үҙ ваҡытында һәм дөрөҫ хәл итергә мөмкинселек бирә. Район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллиндың фекеренсә, был йәһәттән урындағы үҙидара органдары биләмәлә йәшәүселәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш, сөнки тап улар – халыҡҡа иң яҡын торған власть органы. Үҙҙәрен борсоған мәсьәлә, үтенес менән ауыл халҡы нәҡ уларға күҙ төбәп бара. Ә урындағы үҙидара органының төп бурысы – халыҡтың тормошон яҡшыртыу, ышанысын аҡлау, мохтаждарға ярҙам итеү.
Был йәһәттән район хакимиәтенә килгән хаттарға, мөрәжәғәттәргә лә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Сөнки улар – халыҡтың тормошон яҡшыртыу буйынса ниндәйҙер уй-теләктәр, ябай үтенестәр генә түгел, ә хакимиәттең артабанғы үҫеш йүнәлешен билдәләүсе тактика һәм стратегия йүнәлештәре сағылышы ла.
Район хакимиәте баш-лығының төрлө биләмәләрҙә йәшәүсе халыҡ менән даими осрашып тороуы ла урындағы власть органдарының граждандар өсөн асыҡ булыуын, уның ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә өҫтөнлөк биреүен тағы ла бер тапҡыр дәлилләй. И.Л.Фәтҡуллиндың эш сәфәрҙәре графигы йыл башында бигерәк тә тығыҙ, сөнки тап ошо ваҡытта барлыҡ ауыл биләмәләрендә, ойошма-предприятиеларҙа йыл йомғаҡтары барлана, отчет сессиялары уҙа.
Яңыраҡ район хакимиәте башлығы район үҙәгенән иң алыҫ урынлашҡан Үркәс ауыл биләмәһендә булып китте. И.Л.Фәтҡуллинды район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.С. Солтанов, район мәғариф бүлеге начальнигы Г.Х Айытҡолова, район үҙәк дауаханаһы баш табибы Н.М.Ғиләзетдинов оҙатып йөрөнө.
Билдәле, мәғрифәт мәккәһе булған мәктәптәр – ауыл ерендә, бигерәк тә төпкөлдә урынлашҡандарҙа, бер үк ваҡытта мәҙәниәт усағы ла, халыҡтың таянған таяуы, рух тотҡаһы ла. Ә инде тәүге медицина хеҙмәтләндереүен ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары тәьмин итә. Шуға ла уларҙы нисек тә һаҡлап ҡалыу – иң мөһим бурыстарҙың береһе.



Сөнки белем усаҡтары ябылып, ФАП-тар эшен туҡтатһа, ауыл да һүнәсәк. Тимәк, мәктәптәр һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары булған ауылдарҙың киләсәге ышаныслы.
Шуның өсөн дә район хакимиәте башлығы үҙенең эш сәфәрҙәре барышында нәҡ ошо учреждениеларҙың эш-торошо менән мотлаҡ ҡыҙыҡһына, уларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан таныша. Ҡыҙҙарбиргән ауылында ла район вәкилдәре иң тәүҙә фельдшер-акушерлыҡ пунктына юлланды. Бында белем усағы ла, ФАП та, ауыл биләмәһе хакимиәте лә бер урында – 2006 йылда төҙөлгән ике ҡатлы матур бинала урынлашҡан.
Район үҙәк дауаханаһы баш табибы Н.М.Ғиләзетдинов (әйткәндәй, Үркәс ауыл биләмәһенә уның беренсе тапҡыр килеүе) фельдшер-акушерлыҡ пунктының дарыу препараттары менән тейешенсә тәьмин ителеү-ителмәүе менән ҡыҙыҡһынды, бигерәк тә беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн талап ителгән препараттар тураһында һорашты. Ауылдаштарының һаулығы һағында тороусы тәжрибәле белгес Гөлфиә Барый ҡыҙы Ҡолмәнбәтова яңы тыуған сабыйҙарҙан алып иң оло йәштәге инәй-олатайҙарға тиклем барыһына ла профилактик дауалау саралары үткәрә. Ауырыуҙарға тәүге ярҙам күрһәтеү, төрлө процедуралар яһау, кәрәк саҡта “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртып, район дауаханаһына оҙатыу, ауыл халҡын дарыуҙар менән тәьмин итеү, диспансеризация үткәреүҙә ярҙам итеү – быларҙың бөтәһе лә уның көндәлек эше. Ғөмүмән, фельдшер-акушерлыҡ пунктынан халыҡ бер ҡасан да өҙөлмәй: кемдер ҡан баҫымын үлсәтә, икенселәре укол һалдырырға килә. Хатта ошонда килеп, былай ғына һөйләшеп ултырып, көндәлек яңылыҡтар менән уртаҡлашып ҡайтҡандар ҙа юҡ түгел.
Итәғәтле, иғтибарлы, һиҙгер йөрәкле булғаны, тәүлектең һәр ваҡытында ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер аҡ халатлы Гөлфиә Барый ҡыҙын ауылдаштары ярата, хөрмәт итә.
Артабан район вәкилдәре урындағы мәктәпкә юлланды. Кананикольск урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Үркәс филиалында бөгөн 21 уҡыусы белем ала, 5 уҡытыусы эшләй. Педагогтар коллективы менән осрашыу барышында Илгиз Лирман улы мәктәптең матди-техник базаһы, уҡытыу процессының нисек ҡуйылыуы хаҡында һорашты. Әйткәндәй, Үркәс мәктәбе район һәм республика кимәлендә уҙған конкурстарҙа бик әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулап тора икән. Былтырғы уҡыу йылында төп дәүләт имтихандары күрһәткестәре лә бында юғары булған.
– Артабан да ошо йүнәлештә эшләгеҙ, сөнки тап һеҙ районыбыҙҙың киләсәген тәрбиәләйһегеҙ. Уңыштар һеҙгә, – тине Илгиз Лирман улы.
Эш сәфәре барышында район вәкилдәре мәктәп ҡаҙанлығы торошон ҡараны, ҡаҙанлыҡ хеҙмәткәрҙәре менән һөйләште.
– Быйылғы ҡыштың бик һыуыҡ килеүе сәбәпле, һеҙҙең иңегеҙҙә үтә лә ҙур яуаплылыҡ ята, – тине хакимиәт башлығы.
– Йылытыу миҙгеленә ныҡлы әҙерлек менән аяҡ баҫтыҡ. Урындағы эшҡыуарҙар ярҙамында етерлек кимәлдә утын әҙерләнек. Шулай булғас, һыуыҡтар беҙгә бер ҙә ҡурҡыныс түгел, – тип йылмая ҡаҙанлыҡ хеҙмәткәре һәм ауыл старостаһы Харис Мәхмүтдин улы Ишбулатов.
Эш сәфәре һуңында район вәкилдәре урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса алынған янғын һүндереү машинаһының торошон, техника ҡуйылған гараж бинаһын ҡараны.

Зөбәржәт ҺИҘИӘТОВА

Читайте нас: