Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Февраль 2018, 11:36

Өлкәндәр тәжрибәһе – йәш быуынды тәрбиәләү сараһы

Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм тәртип һаҡлау органдары ветерандарының Йылайыр районы советының IV пленумы уҙҙы. Уның эшендә район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин, район ветерандар советы рәйесе Н.И. Булавина, ветерандар советы ағзалары, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, беренсел ветерандар ойошмалары рәйестәре, йәштәр араһында тәрбиәүи эшмәкәрлек алып барған ойошма етәкселәре ҡатнашты.


Пленумды район ветерандар советы рәйесе Н. И. Булавина асты.

Үҙенең сығышында ул районда йәштәрҙең патриотик хәл-торошона ентекле күҙәтеү яһаны, был мәсьәләне хәл итеүҙә килеп тыуған проблемаларҙы һәм етешһеҙлектәрҙе билдәләне, тәрбиәүи эште артабан камиллаштырыу өсөн ниндәй йүнәлештә эш алып барырға кәрәклеге тураһында фекерен белдерҙе.

Район мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методик үҙәге мөдире Л.Е . Михайлованың сығышы ла ошо темаға арналды.

Артабан пленумда ҡатнашыусы-ларға район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин мөрәжәғәт итте. Үҙенең сығышында Илгиз Лирман улы ветерандарға уларҙың әүҙем гражданлыҡ позициялары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм райондың киләсәген билдәләүсе йәштәр менән тәрбиәүи эш алып барырға, уларҙы йәмәғәт тормошона әүҙемерәк йәлеп итергә саҡырҙы.

Сығышы һуңында Илгиз Лирман улы йәмәғәт эштәрендә бик әүҙем ҡатнашҡан ветерандар Р.Ғ. Амантаев, Н.В. Юрина, В.В. Полубоярова, К.В. Гурентьева, Л.Д. Каштанова, Т.Т. Юланов, Ғ.С. Ғәниевтәргә “Һуғыш балалары” миҙалдарын тапшырҙы.

Пленумда ҡатнашыусылар шулай уҡ Ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ф.С. Моратованың, район мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең методик кабинете мөдире И.В. Терентьеваның һәм район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлегенең баш белгесе А.С. Әптиковтың сығыштарын тыңланы.

Район хакимиәте башлығының урынбаҫары А.В. Коротков Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға әҙерләнеүҙә һәм уны үткәреүҙә район ветерандарының әүҙем ҡатнашыуына өмөт белдерҙе.

Пленум бер тауыштан “ Районда йәштәрҙең патриотик тәрбиә торошо тураһында” ғы ҡарарын ҡабул итте.

Н. Мохов.

Читайте нас: