Ауыл уттары
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Апрель 2018, 19:03

Приютҡа – ҡунаҡҡа!

Изге йома көнө Сидоровка ауылының бер төркөм ирекмәндәре "Изге йөрәк" акцияһы менән Матрай ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына ҡунаҡҡа барҙы. Беҙҙең халыҡта кеше ҡунаҡҡа буш ҡул менән бармай: сидоровкалар ҙа был экскурсияға алдан әҙерләнгәйне – балаларға күстәнәскә үҙҙәре бешергән төрлө тәмлекәстәр, китаптар һәм бүләктәр алып килде улар.

“Изге йөрәк изгелек сәсә” тигән матур девизға таянып, үҙҙәренең күңел йылыһын бүләк иткән әсәйҙәр – Гөлкәй Аҡҡужина, Гөлнур Әбделмәнова, Гөлнара Ҡотоева, Лилиә Боҫҡонова, Айгөл Таһирова Сидоровка мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Фәниә Ишбулатова етәкселегендә приют тәрбиәләнеүселәре өсөн иҫтә ҡалырлыҡ байрам ойошторҙо.

Ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алғас, социаль бүлек хеҙмәткәрҙәре уларҙы иң тәүҙә приют менән таныштырып сыҡты. Был экскурсияла улар балаларҙың йәшәү шарттары менән танышты, йоҡо, ял, уйын бүлмәләрендә булды. Уларға бигерәк тә балаларҙың тәрбиәселәре менән эшләгән күргәҙмәләр оҡшаны. Ҡул аҫтындағы төрлө әйберҙәрҙән: ҡағыҙ, мәрйен, пенопласт, пластилин, ҡауырһын, балсыҡ һәм башҡа ташландыҡ материалдарҙан улар хайран ҡалырлыҡ матурлыҡ тыуҙырыуға өлгәшкән.

Приют менән танышып сыҡҡас, барыһы ла уйын залына йыйылды. Яҡты һәм иркен бүлмәлә ҡунаҡтар балаларға төрлө ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙе. Ике командаға бүленеп ярышҡан балаларға бигерәк тә “боулинг”, “күгәрсендәр”, “тәпешкәләр”, “музыкаль таяҡ” уйындары оҡшаны. Айгөл Таһирова уларға йомаҡ ҡойһа, Гөлнара Боҫҡонова матур йыр бүләк итте.

Әлеге көндә бында тәр-биәләнгән 13 бала үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрҙе, күстә-нәстәрҙе алып бик һөйөндө, рәхәтләнеп күңел асты, уйнаны. Тәрбиәселәр ҙә уларҙы ихлас хуплап, дәртләндереп торҙо.

Ҡайтырға сыҡҡанда бөтә балалар ҙа ҡунаҡтарҙың артынан сығып, ҡул болғап оҙатып ҡалды. “Тағы ла килегеҙ, көтәбеҙ!” – тигән һүҙҙәрҙән күпте күргән, күпте кисергән апайҙарҙың күңелдәре тулды. “Үҙ өйөгөҙҙә, атай-әсәйегеҙгә иркәләнеп, һөйөүгә генә ҡойоноп үҫһәгеҙсе!” – тип теләне улар күңеленән генә.

Бүләктең, изгелектең ҙуры-бәләкәйе юҡ. Яҡындары наҙынан, йылыһынан мәхрүм балаларҙың йөҙҙәренә ваҡытлыса ғына булһа ла нур, күҙҙәренә шатлыҡ өҫтәгән ирекмәндәргә рәхмәттән башҡа ни әйтәһең?! Мәрхәмәтле булайыҡ, шатлығыбыҙ менән дә, йыр-моңобоҙ менән дә, ҡулыбыҙҙан килгән ярҙамыбыҙ менән дә бүлешәйек, уртаҡлашайыҡ. Ата-әсәһен әрләгән, ғәйепләгән саҡта ла ошондай яҙмышҡа дусар булыуҙарында сабыйҙарҙың һис бер ғәйебе юҡ икәнен онотмаһаҡ ине...

Сафия ХӘСӘНОВА.
З.Ҡоҙашева фотоһы.


Читайте нас: