Уҙған йылдан илебеҙҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһы етәкселегендә “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” өҫтөнлөклө федераль проекты тормошҡа ашырыла башланы. Ул ауыл-ҡала территорияларын комплекслы үҫтереүгә, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә, күпләп ял итеү урындарын уңайлы итеүгә йүнәлтелгән. Мәсьәләне хәл итеүҙә тәү сиратта беҙ үҙебеҙ ҡатнашабыҙ – йәмәғәтселек тарафынан тикшереү йомғаҡтары, халыҡтың тәҡдимдәре нигеҙендә программаға индереү өсөн эштәр исемлеге раҫлана. Проект 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән.
Үткән йылда унда Башҡортостан Республикаһының 23 муниципаль берәмеге ҡатнашҡан, 416 йорт алдары һәм 37 йәмәғәт территориялары төҙөкләндерелгән, урамдарға яҡтылыҡ үткәреү, автомобиль туҡталҡаларын, ял итеү урындарын булдырыу эштәре башҡарылған, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн юлдар, тротуарҙар төҙөкләндерелгән, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйылған. Тәртипкә килтерелгән биләмәләрҙә балалар өсөн заманса уйын һәм спорт комплекстары барлыҡҡа килгән.
Быйыл проектта бөтә муниципаль берәмектәр ҙә ҡатнаша. Муниципаль программаларҙы финанслауға барлығы бер миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 891 миллион һум, Башҡортостан Республикаһы бюджетынан – 175 миллион һум. Сумманың өстән ике өлөшө күп фатирлы йорттарҙың ишек алдарын төҙөкләндереүгә, ә өстән бер өлөшө мөһим йәмәғәт урындарын яҡшыртыуға бүленә.
Федераль проект сиктәрендә бойомға ашырылған “Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы муниципаль районы Йылайыр ауыл биләмәһе ауыл советында заманса ҡала мөхитен булдырыу” муниципаль программаһы буйынса район үҙәгенең Ҡыҙыл партизандар урамында урынлашҡан 96А һәм 96Б һанлы күп фатирлы ике йортта төҙөкләндереү эштәре башланған да инде.