Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
10 Август 2018, 13:37

Пенсия йәше арттырмы?

Илдә пенсияға сығыу йәшенә үҙгәрештәр индерелеү тураһында хәбәрҙәр ҡуйырғандан-ҡуйыра. Әлбиттә, әле пенсия йәшенә етеп барғандарҙы ла, яңы эш башлаған йәштәрҙе лә борсой был һорау.19 июлдә Дәүләт Думаһы пенсия системаһындағы үҙгәрештәр тураһындағы закон проектын тикшереүгә тотондо. Парламенттың түбәнге палатаһы беренсе уҡыуҙа министрҙар кабинеты индергән инициативаны ҡараны һәм яҡлап сыҡты. Документты ҡабул итеү өсөн 327 депутат тауыш бирҙе, ҡаршылар – 102, 1 парламентарий тауыш бирмәне, тип хәбәр итә ТАСС.

Илдә пенсияға сығыу йәшенә үҙгәрештәр индерелеү тураһында хәбәрҙәр ҡуйырғандан-ҡуйыра. Әлбиттә, әле пенсия йәшенә етеп барғандарҙы ла, яңы эш башлаған йәштәрҙе лә борсой был һорау.
19 июлдә Дәүләт Думаһы пенсия системаһындағы үҙгәрештәр тураһындағы закон проектын тикшереүгә тотондо. Парламенттың түбәнге палатаһы беренсе уҡыуҙа министрҙар кабинеты индергән инициативаны ҡараны һәм яҡлап сыҡты. Документты ҡабул итеү өсөн 327 депутат тауыш бирҙе, ҡаршылар – 102, 1 парламентарий тауыш бирмәне, тип хәбәр итә ТАСС.
Мәғлүм булыуынса, беренсе уҡыуҙа базис ҡарарҙары ҡабул ителә, ә йөкмәтке өлөшө, тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алыр өсөн, төҙәтмә булараҡ икенсе уҡыуҙа ҡабул ителә. Дәүләт Думаһы закон проектын артабан масштаблы тикшереү өсөн, элекке 30 көн урынына ике айҙан ашыу ваҡыт билдәләне.
Пенсия системаһын үҙгәртеү тураһындағы закон проекты яйлап-яйлап пенсияға сығыу йәшенең үҫешен – ирҙәр өсөн 65 йәштән (2028 йылға) һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 63 йәштән (2034 йылға) күҙаллай. Әле ул ирҙәр өсөн – 60, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 55 йәш.
Пенсия йәшенең күтәрелеүе беренсе сиратта 1959 йылғы ир-атҡа һәм 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыласаҡ. Шулай итеп, ирҙәр пенсияға 2020 йылда – 61, ҡатындар 56 йәштә сыға ала. Артабан пенсия йәше йылына 6 айға артып барасаҡ.
Хөкүмәт 2019 йылдан алып этаплап пенсия йәшен күтәреүҙе тәҡдим итә. Был әлеге пенсионерҙарға (46,5 млн. тирәһе кеше) ҡағылмай – улар билдәләнгән пенсияһын һәм социаль түләүҙәрен аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта 2019 йылдан Рәсәй пенсионерының йыллыҡ килеме 12 мең һумға артасаҡ: граждан ай һайын алдағы йылдағыға ҡарағанда 1 мең һумға артыҡ аҡса аласаҡ. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, әгәр хаҡлы ялдағылар 2018 йылда 14 мең һум пенсия алһа, 2019 йылда, индексация графигын иҫәпкә алып, ул 15 мең һум буласаҡ.
Пенсия системаһындағы үҙгәрештәр тураһында закон проектын икенсегә, өсөнсөгә уҡыуҙар Дәүләт Думаһында көҙ буласаҡ.
Читайте нас: