Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Октябрь 2018, 18:22

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе – социаль сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше

Һаулыҡ – баһалап бөткөһөҙ хазина, тигән хаҡиҡәт менән килешмәүсе табылмаҫ. Шуға ла медицина мөмкинлектәрен киңәйтеү беҙҙә – социаль сәйәсәттең иң мөһим йүнәлештәренең береһе. Һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыуҙың дөйөм милли төҫ алыуын Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указдары ла раҫлай. Был документта ҡуйылған бурыстарҙың береһе – 2024 йылға илдә уртаса ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә еткереү. Ә 2030 йылға күрһәткес 80 йәштән ашырға тейеш. Әлбиттә, шундай ҙур дәүләт күләмендә был – үтә лә ҡыйыу маҡсат. Уға өлгәшеү өсөн һаулыҡ һаҡлау системаһы эшмәкәрлегенә бөгөндән үк етди иғтибар бүленә, яңынан-яңы бурыстар ҡуйыла. Был йәһәттән урындарҙа ла күп кенә эштәр башҡарыла.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В. Коротков аҙна уртаһында Йылайыр үҙәк район дауаханаһында булды. Александр Васильевич, беренсе сиратта, дауахананың стационар бүлектәрендәге медицина хеҙмәтләндереүенең сифаты менән ҡыҙыҡһынды, тейешле медицина ҡорамалдары, йыһаз менән тәьмин ителеш тураһында һорашты.
Йылайыр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Н.М. Ғиләзетдинов һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә дауаханала 62 койкаға иҫәпләнгән стационар бүлексә бар, көндөҙгө стационарҙа 39 койка-урын бүленгән, поликлиника көнөнә 250-ләп кешене хеҙмәтләндерә, 8 бүлексә эшләй. Район дауаханаһы составында медицина эшмәкәрлеген урындарҙа 4 дауалау амбулаторияһы һәм 26 ФАП алып бара.
Сәфәре барышында Александр Васильевич шулай уҡ стационарҙа ятыусыларҙың дауаланыу һәм көнкүреш шарттары менән танышты, хирургия, терапия һәм балалар бүлеге палаталарын ҡараны. Ошонда уҡ медицина персоналы менән әңгәмәләште. Һөйләшеү барышында ул айырыуса дауахананың медицина препараттары менән тәьмин ителеше менән ҡыҙыҡһынды.
Әйтергә кәрәк, урындағы властар тарафынан бындай практиканы ҡулланыу матур йолаға әүерелгән. Район хакимиәте башлығы үҙенең район буйлап сәфәрендә йәки граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ваҡытында мотлаҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттарына инеп сыға, урындағы халыҡтың медицина ярҙамы сифаты менән ҡәнәғәт булыуы-булмауы тураһында һораша. Шулай итеп, медицина мәсьәләләре беҙҙә һәр ваҡыт күҙ уңында.
Зөбәржәт Һиҙиәтова.
В. Климов фотоһы.
Читайте нас: