Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
3 Декабрь 2018, 19:36

Социаль объекттар – иғтибар үҙәгендә

Үткән аҙнала район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, район буйлап эш сәфәре сиктәрендә, Бәрҙәш ауыл биләмәһенең социаль объекттарында ла булды. Бәрҙәш ауылы биләмәһе башлығы С.Н.Трофимов оҙатыуында биләмәнең социаль объекттарын ҡараны, территорияны үҫтереү юлдары хаҡында үҙ фекерен әйтте һәм ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу өсөн башҡарыла торған эштәрҙе тотҡарлыҡһыҙ ғәмәлгә ашырыу бурысын ҡуйҙы. Эштәрҙең сифатына айырыуса ҙур иғтибар бирергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Үткән аҙнала район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, район буйлап эш сәфәре сиктәрендә, Бәрҙәш ауыл биләмәһенең социаль объекттарында ла булды. Бәрҙәш ауылы биләмәһе башлығы С.Н.Трофимов оҙатыуында биләмәнең социаль объекттарын ҡараны, территорияны үҫтереү юлдары хаҡында үҙ фекерен әйтте һәм ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу өсөн башҡарыла торған эштәрҙе тотҡарлыҡһыҙ ғәмәлгә ашырыу бурысын ҡуйҙы. Эштәрҙең сифатына айырыуса ҙур иғтибар бирергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бәрҙәш ауылында район хакимиәте башлығы тәүҙә фельдшер-акушерлыҡ пунктында булды. ФАП балалар баҡсаһы менән бер бинала урынлашҡан. Ул бында тәүге бинаһы авария хәлендә тип танылғандан һуң күсерелгән. Әммә был проблема тиҙҙән хәл ителәсәк. Быйыл район хакимиәте башланғысы һәм ярҙамы менән ауылда яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә башлаған. Бындай заманса ФАП Бәрҙәш ауыл биләмәһе өсөн мөһим, сөнки бөгөн ул 538 кешене – Сосновка, Үрге Казарма, Ново-Александровка һәм Бәрҙәш ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Йәшәү сифатын яҡшыртыу районда өҫтөнлөк алған мәсьәләләрҙең береһе. Шуға ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү бик мөһим һанала. Был ауыл ерендә беренсел ярҙам күрһәтәсәк дауалау-профилактика учреждениеһы киләһе йылда сафҡа инәсәк. Заманса медицина пункты ярҙамында ауыл биләмәһе халҡына квалификациялы ярҙам күрһәтеү мөмкин буласаҡ.
Бында өсөнсө йыл эшләгән йәш фельдшер Иван Соколов менән әңгәмә барышында, район башлығы дарыуҙар етешлеге, йыһаздар менән тәьмин ителеш менән ҡыҙыҡһынды. Ауыл биләмәһе халҡы һәм мәктәп уҡыусылары араһында иҫкәртеү саралары уҙғарыу, территорияла йыш булған ауырыуҙар хаҡында һөйләү, уларҙы профилактикалау тураһында асыҡ дәрестәр үткәреү һәм һәр кемгә тәьҫир итерлек плакаттар эшләү кәрәклеге хаҡында үҙ кәңәшен бирҙе.
Фельдшер-акушер пункты эргәһендә балалар баҡсаһы урынлашҡан, уға ла район хакимиәте башлығы тейешле иғтибар бүлде был көндө. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына 2011 йылда капиталь ремонт яһалған. Тәҙрәләре, иҙәне, түшәме һәм электр селтәре алыштырылған, стеналары йылытылған, бинаның тышын көпләү эштәре башҡарылған. Был юлы иғтибар үҙәгендә балалар – мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәләнеүселәре булды. Илгиз Лирман улы бәләкәстәр менән аралашты, улар араһынан иң үткер ҡыҙыҡай Влада Егорова шиғыр ҙа һөйләп күрһәтте.
Балалар баҡсаһы хеҙмәт-кәрҙәре менән әңгәмә барышында район хакимиәте башлығы ҡаҙанлыҡ эше менән ҡыҙыҡһынды, ашхананы, йоҡлау һәм уйын бүлмәләрен ҡараны.
Артабан И.Л.Фәтҡуллин, 2006 йылда сафҡа ингән урта мәктәптә булды. Ойоштороусы-педагог Ирина Егоровна Терентьева оҙатыуында Илгиз Лирман улы уҡыусылар физкультура менән шөғөлләнгән ҙур спорт залын ҡараны, уҡыу кластарына, ашханаға инде, уҡыу-уҡытыу процесы барышы, уҡыусыларҙың туҡланыуы менән ҡыҙыҡһынды, көндәлек менюны ҡараны. Белем биреү учреждениеларында туҡланыуҙы ойошторған аутсорсинг системаһын үҫтереү юлдарына ҡағылған мәсьәләләр хаҡында йәнле һөйләшеү булды.
Яҡты һәм йәмле мәктәп фойеһында Илгиз Лирман улының иғтибарын уҡыусылар ижадына бағышланған һәм аҙналыҡтар барышын һүрәтләгән стендтар йәлеп итте.
Бәрҙәш ауыл биләмәһенә эш сәфәре бер нисә сәғәт дауам итте. Уның барышында район хакимиәте осрашыуҙа ҡатнашҡандарҙың һәр береһенә мөмкин тиклем иғтибар бүлергә тырышты, һорауҙарға аныҡ яуаптар бирҙе. Өҫтәмә иғтибар талап иткән мәсьәләләрҙе күҙәтеү аҫтына алды.
Гөлгөнә Таһирова.
Автор фотолары.
Читайте нас: