Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Апрель 2019, 11:50

Милли проекттар – ғәмәлдә!

Рәсәйҙә өҫтөнлөклө милли проекттарҙы билдәләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләү бынан ун йыл самаһы элек башланғайны. “Бала тапҡан өсөн сертификат”, “Торлаҡ”, “Агросәнәғәт комплексын үҫтереү” кеүек йүнәлештәр, шулай уҡ демографик хәлде яҡшыртыу, “кеше капиталын үҫтереү” тип аталған программа һәм башҡалар шулар иҫәбендә булды һәм һиҙелерлек һөҙөмтә бирҙе. Тимәк, был ҙур стратегик эш буйынса илдә ярайһы ғына тәжрибә тупланған.

Рәсәйҙә өҫтөнлөклө милли проекттарҙы билдәләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләү бынан ун йыл самаһы элек башланғайны. “Бала тапҡан өсөн сертификат”, “Торлаҡ”, “Агросәнәғәт комплексын үҫтереү” кеүек йүнәлештәр, шулай уҡ демографик хәлде яҡшыртыу, “кеше капиталын үҫтереү” тип аталған программа һәм башҡалар шулар иҫәбендә булды һәм һиҙелерлек һөҙөмтә бирҙе. Тимәк, был ҙур стратегик эш буйынса илдә ярайһы ғына тәжрибә тупланған.
2019-2020 йылдарҙа Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан 35 млрд һумдан ашыу аҡса ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте үткәргән иҫәпләүҙәр буйынса, ҡуйылған бөтә бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн алдағы өс йылда яҡынса 97 млрд һум аҡса талап ителә. Әлеге мәлдә федераль бюджеттан киләсәк саралар, республиканың үҙ аҡсаһы һәм башҡа сығанаҡтарҙан финанс тәьминәт һөҙөмтәһендә 88 млрд һумлыҡ ресурс бар. Был дөйөм сумманың 91 процентын тәшкил итә һәм Волга буйы федераль округында иң яҡшы күрһәткес тип баһалана.
Милли проекттар Владимир Путиндың май указына ярашлы билдәләнде һәм 12 йүнәлешкә ҡағыла: һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, автомобиль юлдары, хеҙмәт баҙары, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, кесе эшҡыуарлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм экспорт, магистраль инфраструктура.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, республикала милли проекттарҙы тормошҡа уңышлы ашырыр өсөн проект комитеттары ойошторолдо.
Улар «Демография», «Мәғариф», «Мәҙәниәт», «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары», «Хеҙмәт етештереүе һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү», «Кесе, уртаса эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү» милли проекттарына ярҙам итәсәк.
Комитеттар составына республика хөкүмәте, профилле министрлыҡ-ведомстволары, ойошма-учреждениеларынан вәкилдәр инде.
Беҙҙең районда ла был мөһим проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн бик күп эштәр башҡарыла. Мәҫәлән яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы автономияһының 100 йыллығын билдәләү сиктәрендәБәрҙәш ауылында өр-яңы модулле ФАП асылды.
Яңы ФАП төҙөлөүе ауыл биләмәһе халҡына беренсел медицина ярҙамын тиҙ алырға, уның сифатын, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. ФАП, Бәрҙәш ауылынан тыш, Сосновка, Үрге Казарма һәм Новоалександровка ауылдарында йәшәүсе 560 тирәһе кешене хеҙмәтләндерәсәк, шуларҙың 135-е – балалар.
Ошондай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттары йыл дауамында тағы ла бер нисә ауылда төҙөләсәк.
Тағы ла, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең килем килтереүсе проекттарға ярҙам итеү программаһы беҙҙең район хакимиәтендә лә, эшҡыуарғар араһында ла киң яҡлау тапты һәм эшләргә, килем алырға теләгән күп кенә кешеләр үҙ проекттарын тәҡдим итә лә башланы.
Былтыр республика Ауыл хужалығы министрлығының конкурс комиссияһы килем килтереүсе проекттар нигеҙендә төҙөлгән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә гранттар биреү өсөн республика буйынса тәҡдим ителгән 115 проект араһынан беҙҙең райондың да өс проектын һайлап алғайны. Улар “Йылайыр”, “Форель” һәм “Башвойлок” кооперативтарын төҙөү буйынса проекттар ине.
10 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ ингән “Форель” кооперативы балыҡ үрсетеү, уны ыҫлау юлы менән эшкәртеү, төрөү һәм һатыу, шулай уҡ ит эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. Кооперативта 3 эш урыны булдырылған, йыл аҙағына тиклем эшселәр һаны 5-кә тиклем артасаҡ.
Читайте нас: