Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
3 Май 2019, 17:53

Милли проекттарға – 170,6 миллиард һум

Рәсәй халҡының тормош кимәлен күтәреү, йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн дәүләт алты йылда 28 триллион һум аҡса бүләсәк. Дәүләт Советындағы сығышында ил Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, аныҡ һөҙөмтәләргә учреждениеларҙа түгел, ә кеше йәшәгән биләмәләрҙә – ҡалаларҙа, ҡасабаларҙа, ауылдарҙа өлгәшергә кәрәк. Халыҡтың был үҙгәрештәрҙе ҡағыҙҙа, отчеттарҙа түгел, ә ысынбарлыҡта күреүе шарт.

Милли проекттар буйынса эш 12 йүнәлештә алып барыла. Улар – һау¬лыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ, ҡала мө¬¬хите, экология, автомобиль юлдары, хеҙ¬¬мәт баҙары, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, хеҙмәт¬тәшлек һәм экспорт, магистраль инфраструктура.
– Рәсәй Президентының милли проект¬тары 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Был алға табан аҙым яһау, бөтә ил өсөн үҫеш мөмкинлеге, тип ныҡлы инанам. Шул уҡ ваҡытта аҡсаны урлауға юл ҡуймая¬саҡбыҙ. Һәр ҡала йәки район башлығы милли проекттарҙың асылын һәм йөкмәткеһен аныҡ аңларға тейеш. Бындай финанс бүлеү осраҡтары әлегә тиклем булманы. Халыҡ һанына ярашлы аласаҡ ошо аҡсаны беҙ дөрөҫ файҙаланырға тейешбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Читайте нас: