Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
2 Август 2019, 11:46

Фатирлы булдылар

Иҫке генә булһа ла, өйөң булһын, ти халыҡ мәҡәле. Йәштәр өсөн өйлө булыу, әлбиттә, ҡыуаныслы. Күптән түгел генә район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырҙы. Наил Әнүәр улы Ғарипов, Гөлсиә Мансур ҡыҙы Юлбахтина, Илдус Ильяс улы Шәмсетдинов һәм Таңсулпан Фәрит ҡыҙы Яҡуповалар торлаҡлы булдылар. Федераль программа ярҙамында йортло булған йәштәрҙең шатлығын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ.

Етем балаларҙы торлаҡлы итеү программаһы буйынса районда бик күп етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға асҡыстар тапшырылды ла инде.
Үҙ мөйөшлө булған йәштәр хужалыҡта кәрәкле әйберҙәр, йыһаз туплау менән мәшғүл.
Фатирҙар биреү, был юлы ла, Башҡортостан Республикаһында “Етем балаларҙы фатир менән тәьмин итеү” программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған.
Торлаҡ санитар нормаларға тап килә һәм унда тулыһынса уңайлыҡтар булдырылған: һалҡын һәм эҫе һыу, зәңгәр яғыулыҡ, канализация үткәрелгән, душ төшөү өсөн кабиналар, ванна, газ плитәһе ҡуйылған.
Районда социаль торлаҡ төҙөүгә һәм һатып алыуға ҙур иғтибар бирелә. 2019 йылда тағы бер фатир тапшырыу планға индерелгән. Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы Хөкүмәт ситкә типмәй, үҙ ҡанаты аҫтына алып хәстәрлек күрә.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
В.КЛИМОВ фотоһы.
Читайте нас: