Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Август 2019, 02:00

Кемгә газ үткәреүгә ярҙам ҡаралған?

Башҡортостанда йәшәүселәргә торлаҡҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшыра башлаясаҡтар. Тейешле указға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған, документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Адреслы ярҙам кемгә күрһәтеләсәк һуң? Сертификаттар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, һуғыш һәм хәрби хәрәкәт инвалидтарының, инвалидтарҙың һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең, шулай уҡ ишле ғаиләләрҙең өйҙәренә газ үткәреү сығымдарын өлөшләтә ҡаплау өсөн бирелә. Указ 9 августа көсөнә ингән.Хөкүмәт алдында ярҙам күрһәтеү тәртибен әҙерләү, шулай уҡ финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы ҡуйылған.

Читайте нас: