Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
10 Сентябрь 2019, 19:17

Инвалид балаларҙы реабилитациялауға сертификаттар бирелә

Башҡортостанда инвалид балаларҙы реабилитациялауға аҡсалата сертификаттар тапшырыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланған. Сертификаттар биреү механизмы уҙған йылдың ноябренән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса әҙерләнде.

Сертификаттың хаҡы — 41 722, 59 һум. Уны теләһә ниндәй шифаханала йәки реабилитация үҙәгендә 14 йәшкәсә мөмкинлектәре сикле балаларҙы дауалау һәм реабилитациялау өсөн файҙаланырға мөмкин. Башҡортостан бюджетынан бының өсөн 63 миллион һум бүленгән.
Сертификаттарҙы Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге бирә. Граждандарға уңайлы булһын өсөн сертификат тапшырыу тәртибе буйынса ҡулланма әҙерләнгән. Мөһим шарт: сертификатты 2 ай эсендә файҙаланырға кәрәк.
Читайте нас: