«Башинформ» агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 12 меңдән ашыу ғаиләнең әсәлек капиталы аҡсаһын белем алыуға тотоноуы билдәле. Рәсәй Хеҙмәт министрлығы икенсе балаһы тыуған ғаиләләргә ошо социаль ярҙам сараһының ваҡытын сикләмәү тәҡдимен индерергә йыйына икән.
Рәсәй Федерацияһы бюджеты тураһындағы законға ярашлы, алдағы өс йылда Рәсәй капиталының байтаҡ өлөшөн медицинаны үҫтереүгә һәм диспансерлаштырыуға йүнәлтәләр. Киләһе йылда Мотлаҡ медицина страховкалау фонды сығымдары яҡынса 2,4 триллион һум була.