Ауыл уттары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
3 Октябрь 2019, 18:44

Сертификат юллағыҙ

Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгәндәр быйыл көҙҙән башлап 42 мең һумға (анығыраҡ әйткәндә, 41 722,59) сертификат алыу мөмкинлегенә эйә. Уны баланы реабилитациялауға тотонорға була. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шундай йөкләмә биргәйне.

1 октябрҙән Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре ошондай сертификат алыуға ғаризалар ҡабул итә башланы. Тимәк, ошо көндән ғаризаларҙы һәм документтарҙы йәшәгән урын буйынса яҡындағы күп функциялы үҙәккә тапшырырға мөмкин.
Читайте нас: