Яңы форматтағы документ «Шәхси иҫәп системаһында теркәү тураһында белдереү ҡағыҙы» тип атала. Ул беҙҙең барыбыҙҙа ла булған таныш СНИЛС-ты алмаштыра. Яңы электрон белдереү ҡағыҙы системала беренсе тапҡыр теркәлгәндәргә, шулай уҡ документын юғалтҡан йәки фамилияһын алмаштырғандарға бирелә. Әлеге ваҡытта карточканы теләк буйынса алмаштырырға мөмкин, шул уҡ ваҡытта элекке СНИЛС үҙ көсөндә ҡала.