Халыҡ-ара инвалидтар көнө алдынан үҙәк район китапханаһында башлыса инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең көнүҙәк проблемаларына бағышланған “түңәрәк өҫтәл” ултырышы үтте.
Ултырышта район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, уның урынбаҫары А.В.Коротков, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Йылайыр районы ойошмаһы рәйесе З.А.Хәсәнова, Йылайыр районындағы “Ғаилә” хеҙмәте етәксеһе Е.А.Шарова, 24-се МСЭ бюроһының рәйесе Т.Х.Ҡылысбаева, ошо уҡ бюроның реабилитациялау буйынса белгесе Л.Н.Казарян, райондың социаль страховкалау фонды етәксеһе О.И.Барабанова, Пенсия фондыеың район идаралығы начальнигы Р.Р.Амантаева, мәшғүллек үҙәге начальнигы Г.В.Бегун, инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр һәм инвалидлыҡтары булған кешеләр ҡатнашты.
– Бөгөн һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә хөкүмәт ҙур иғтибар бүлә. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, күҙ уңынан төшкән мәлдәр ҙә юҡ түгел. Шуға ошо “түңәрәк өҫтәл”дә һеҙҙең теләктәрегеҙҙе, һорауҙарығыҙҙы ишетке, асыҡтан-асыҡ һөйләшке килә. Бөгөнгө сараның төп маҡсаты – муниципалитет кимәлендә килеп тыуған мәсьәләләрҙе һеҙҙең менән бергәләп хәл итергә, ә республика кимәлендәгеләрҙе кәрәкле органдарға еткереүҙә ярҙам итергә, ошо өлкәлә артабанғы үҫеш юлын билдәләргә, – тине Илгиз Лирман улы сәләмләү телмәрендә.
Сара барышында ҡатнашыусылар белгестәрҙең сығышын тыңланы, килеп тыуған һорауҙарын бирҙе, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләне. Инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең бөтәһендә лә тиерлек коляскалы балаларҙы транспортта алып йөрөүҙә ауырлыҡ тыуыуы, яҡын-тирәлә белгестәр булмауы арҡаһында йыш Өфөгә барырға тура килеүе, санаторийҙарҙа бөтә уңайлыҡтар ҙа булмауы кеүегерәк һорауҙар күтәрелде. Шулай уҡ инвалид бала мәктәпте тамалағандан һуң артабан белем алыу, инвалидлыҡтары булған балиғ кешеләрҙе эш урыны менән тәьмин итеү мәсьәләләре тураһында ла һүҙ барҙы. Белгестәр барлыҡ һорауҙар буйынса аңлатмалар бирҙе, йыйылғандарҙың тәҡдимдәрен тыңланы.
“Түңәрәк өҫтәл” был өлкәлә проблемаларҙың байтаҡ ҡына булыуын күрһәтте. Әммә белгестәр һәм район етәкселеге менән күҙгә күҙ ҡарашып һөйләшеү уларҙың күбеһенә асыҡлыҡ индерҙе, хәл итеү юлдарын билдәләне.
Ошондай саралар етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә ҙур этәргес булып тора, сөнки бер-береңде ишетеү – һәр эштә лә кәрәкле һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙә иң мөһиме.