Урта медицина белемле белгестәрҙе ауыл еренә эшкә ҡайтарыу маҡсаты менән булдырылған был программаға ярашлы, фельдшер-акушер пунктына эшкә ҡайтҡан фельдшерҙарға компенсация түләнә. Бер тапҡыр бирелә торған был компенсация 500 мең һум күләмендә.
2019 йылда был түләүҙе республикала 72 фельдшер аласаҡ.