Әле Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары балалар өсөн "комендант сәғәте"н бер сәғәткә оҙайтырға ниәтләй. Был йәйге ваҡытҡа ҡағыла. Халыҡ һайланыусылары сикләү ваҡытын төнгө 11-ҙән таңғы 6-ға ҡәҙәр индерергә тәҡдим итә. Улар быны йәйге ваҡытҡа күскәндән һуң ҡараңғы иртә төшә башлау менән аңлата.
Депутаттарға "комендант сәғәте"н оҙайтыуҙы һорап ата-әсәләрҙән, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан да мөрәжәғәттәр булған икән. Әйткәндәй, илдә балалар өсөн “комендант сәғәте”н беренселәрҙән булып тап беҙҙең республикала индерәләр. Күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, был сара үҫмерҙәр менән бәйле енәйәттәрҙе күпкә кәметә.