“2021 йылда пенсияларҙы – 6,3 процентҡа, 2022 йылда 5,9 процентҡа индексациялау планлаштырыла”, – тигән сенатор.
Шул уҡ ваҡытта, 2020 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың ғына пенсиялары индексацияланасаҡ, әммә “бөтә пенсионерҙарҙың да пенсияһын индексациялау мәсьәләһе көн тәртибендә тора”, тип аңлатҡан Елена Васильевна.
Ай һайын аҡсалата түләүҙәр (ЕДВ) алыусыларға килгәндә, был түләүҙәр 2020 йылдың 1 февраленән индексацияланасаҡ. “Индексация суммаһы 3,8 процент тәшкил итергә тейеш, әммә был әлегә фаразлау ғына, сөнки ЕДВ-ны индексациялау күләме инфляция кимәленән тора, шуға ла төҙәтмәләр булыуы ихтимал”, – тигән сенатор.