Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
27 Ғинуар 2020, 12:09

Фотосессия тыйыласаҡ

Рәсәйҙә яңы ғына тыуған сабыйҙарҙы фотоға төшөрөү буйынса 2020 йылда ГОСТ индерелә.

Был хеҙмәт бик тә кәрәк тип иҫәпләй заман менән бергә атлаған йәш ата-әсәләр.
Фотосессияны өйҙә, паркта һәм башҡа урындарҙа үткәрергә мөмкин. ГОСТ буйынса, 28 көнгә тиклемге ҡыҙ һәм малайҙар яңы тыуған сабыйҙар тип иҫәпләнә. Бындай фотосессияларға бары ата-әсәләр, уларҙың законлы вәкилдәре генә заказ бирә ала. Эш барышында мотлаҡ уларҙың ҡатнашыуы талап ителә.
Фотосессия өсөн файҙаланылған предметтан аллергия, сәләмәтлек өсөн хәүеф тыуҙырырға тейеш түгел. Талаптар юғары: бүлмә яҡшы елләтелгән, таҙа, ә һауа температураһы 22 градус йылылыҡтан да түбән булмаҫҡа тейеш.
Шулай уҡ, фотографҡа ла айырым тәртиптәр ҡаралған. Уның махсус белеме, табиптан алынған рөхсәт һәм документтары булырға тейеш.
Читайте нас: