Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
19 Февраль 2020, 12:29

“Ҡыҙыу линия” эшләйәсәк

Ветерандарға, балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ.

21 февралдә Рәсәй Федерацияһы Президентының Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә “ҡыҙыу телефон линияһы” эшләйәсәк, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль дәүләт инспекторының матбуғат хеҙмәтенән.
Ветерандарға, бүтән категория граждандарына, балалы ғаиләләргә социаль ярҙам тәғәйенләү һәм күрһәтеү мәсьәләләре буйынса һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының вәкәләтле хеҙмәткәре яуап бирәсәк.
Шылтыратыуҙар 21 февралдә иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө 1-гә тиклем 8(347)229 -74 -58, 8(347)229 -74 -76 телефондарына ҡабул ителә.
Читайте нас: