Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
4 Март 2020, 18:30

“Кескәй принцессалар балы” уҙасаҡ

7 мартта Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн йолаға әүерелгән «Кескәй принцессалар балы» була.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова патронажы аҫтында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды.
Хәйриә сараһына тотош республиканан 250 ҡыҙ саҡырылған. Былтырғы кеүек үк, хореография колледжы уҡыусылары опера һәм балет театрында байрам һәм әкиәт мөхитен тыуҙыра.
Сарала ҡатнашыусыларҙы форма кейгән кавалерҙар – Өфө юридик институты студенттары оҙатып йөрөйәсәк.
Тамаша көндөҙгө сәғәт 12-лә Грек залында башлана, һуңынан ҙур бал ойошторола, унда һәр ҡунаҡ ҡатнаша ала. Кескәй принцессаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә «Осоусы карап» спектакле күрһәтелә, иҫтәлекле бүләктәр бирелә.
Фото “Башинформ”дан.
Читайте нас: