Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Март 2020, 19:50

Быйыл биш һәм унан күберәк бала тапҡан 52 ҡатынға ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләнгән

Биш һәм унан күберәк бала тапҡан һәм уларҙы 8 йәшкә тиклем тәрбиәләгән күп балалы әсәләр ҡартлыҡ буйынса пенсияға 50 йәштән сығырға хоҡуҡлы.

Ваҡытынан алда пенсияға сығыу өсөн күп балалы әсәләргә 15 йыл страховка стажына эйә булырға кәрәк. Был стажға эшләгән осорҙар менән бер рәттән һәр баланы йәш ярымға тиклем ҡараған осорҙар ҙа индерелә.
Алыҫ Төньяҡ райондарында эшләп, кәмендә 12 йыл страховка стажы булған, ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындарҙың, бала саҡтан инвалидты 8 йәшкә тиклем ҡараған әсәй йәки атай кешенең (опекундың) шулай уҡ 50 йәштән пенсияға сығыу хоҡуғы бар.
Пенсия тураһында ғәмәлдәге ҡануниәткә (“Рәсәй Федерацияһының пенсия тәғәйенләү һәм түләү буйынса айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 2018 йылдың 3 октябрендәге 350-ФЗ һанлы Федераль законға) ярашлы, өс һәм дүрт балалы әсәләр ҙә пенсияға ваҡытынан алда сығырға хаҡлы. Әгәр ҡатындың өс балаһы булһа, ул пенсияға 57 йәштән, дүрт балаһы булһа, 56 йәштән, йәғни дөйөм билдәләнгән пенсия йәшенән дүрт йылға алда сыға ала, тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе управляющийы Фоат Хантимеров.
Рәсәй ПФ-ның БР буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: