"Йәш әсәйҙәр сабыйҙары менән өйҙә ултырған саҡта йыш ҡына үҙҙәренең компетенцияһын юғалта һәм декрет ялынан һуң уларға эш режимына инеп китеүе ауырға төшә. Ошо көсөргәнеште бөтөрөү, оҫталыҡтарын яңыртыу һәм яңы һөнәр алыу өсөн уйланылған был программа. Ул үҙеңдең эшләгән урыныңда булған квалификацияңды камиллаштырыу йә белем үҙләштереү тураһында сертификат алыу, йәки мәшғүллек үҙәге йүнәлеше буйынса уҡып сығыу мөмкинлеген бирә. Мәғлүм булыуынса, белем алыу сертификатының хаҡы - 46 300 һумға тиклем. Бынан тыш, уҡыу ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙарға минималь хеҙмәт хаҡы күләмендәге (13 900 һум) стипендия түләнәсәк. Быйыл беҙ кәмендә 1257 самаһы ҡатын-ҡыҙҙы уҡытырға йыйынабыҙ. Был - йәш әсәләргә ярҙам итеүҙәге сираттағы бер йүнәлеш. Уҡыуҙа ярҙам алыу өсөн үҙегеҙҙең эш биреүсегеҙгә йәки йәшәгән урынығыҙ буйынса мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк", – тип яҙа Радий Фәрит улы.