Ауыл уттары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
7 Апрель 2020, 13:10

Тағы ла 3-7 йәшлек балаларға пособие тураһында Ул 1 июндән түләнә башларға тейеш

Хәтерләһәгеҙ, ғинуарҙа уҡ Рәсәй Президенты үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә өс йәштән ете йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән, йән башына килемдәре йәшәү минимумынан кәм булған ата-әсәләргә пособие түләү тураһында иғлан иткәйне. Йыл башынан түләй башланырға тейеш ине, ләкин әлегә бер ғаилә лә бер тин дә алмаған. РФ Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт министрлығында быны әлегә был турала закон да, уның нигеҙендә норматив-хоҡуҡи акттар ҙа ҡабул ителмәгән булыуы менән аңлатҡандар. Әммә Президент был эште тиҙләтеүҙе һораны.

“Өс йәштәр ете йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәргә килгәндә, хөкүмәткә бөтә ойоштороу сараларын ашыҡтырырға ҡушам, ғаиләләр был түләүҙәрҙе, планлаштырылғанса, июлдә түгел, ә бер айға алдараҡ, июндә үк ала башларға тейеш, – тип белдерҙе Владимир Путин 25 марттағы мөрәжәғәтендә.
Хеҙмәт министрлығы, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, бөтә документтарҙы ла әҙерләгән. Хәҙер кемгә, ҡасан һәм күпме түләнәсәге тураһындағы һорауҙарға асыҡлыҡ индерәһе генә ҡалды.
Пособиены бөтәһенә лә түләйәсәктәрме?
Юҡ, йән башына килеме йәшәү минимумынан кәм булған ғаиләләргә генә. 2020 йылда йәшәү минимумы 10609 һум тәшкил итә.
Күпме түләйәсәктәр?
Йәшәү минимумының яртыһын. Йәғни ил буйынса уртаса 5304 һум 50 тин буласаҡ, ләкин төрлө төбәктәрҙә был сумма төрлөсә булыуы мөмкин.
Ниндәй документтар кәрәк?
Рәсәй Пенсия фонды сайтында электрон формала ғариза яҙырға ғына кәрәк. Ҡалған документтарҙы социаль яҡлау органдары үҙҙәре йыясаҡ.
Ҡасан түләй башлаясаҡтар?
1 июлдән башларға теләйҙәр ине, ләкин Президент ҡушҡандан һуң, был датаны 1 июнгә күсерҙеләр. Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт министры Антон Котяков әйтеүенсә, был пособиены түләй башлау өсөн әҙерлек эштәренең күпселек өлөшө үтәлгән.
Ғинуарҙан түләргә тейештәр түгелме ни?
Пособиены ғинуарҙан башлап иҫәпләп сығарасаҡтар. Йәғни һеҙ ғариза биргәндән һуң социаль яҡлау органы үткән айҙар өсөн һеҙгә күпме түләргә тейештәрен иҫәпләп сығара һәм шуларҙы бергә ҡушып түләй. Ғинуарҙан һалып иҫәпләһәң, уртаса 26522 һум 50 тин килеп сыға. Был – ил буйынса. Ә беҙҙең республика буйынса күпме сығасаҡ – быны йәшәгән урынығыҙҙағы социаль яҡлау органында белешергә була.
Әгәр ғинуарҙа балаға өс йәш тулмаған булһа?
Өс йәш тулған айҙан иҫәпләйәсәктәр. Әйтәйек, балағыҙға өс йәш мартта тулһа, пособие ошо айҙан алып иҫәпләп сығарылып түләнә башлаясаҡ.
Ф.МОРТАЕВ әҙерләне.
Читайте нас: