Ауыл уттары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
10 Апрель 2020, 17:25

Үҙмәшғүлдәр больничныйға китә алмай

Эйе, Рәсәй Социаль страховкалау фондында, үҙмәшғүлдәргә, йәғни үҙаллы эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән граждандарға ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие тейеш түгел, тип иҫәпләйҙәр. Уларҙың хатта үҙ теләктәре менән страховкаланырға ла хоҡуҡтары юҡ.

Рәсәй Социаль страховкалау фондында аңлатыуҙарынса, “Һөнәри килемгә һалым” (НПД) тип аталған махсус һалым режимын ҡулланыусы кешеләр (үҙмәшғүл граждандар) ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына һәм әсәлек менән бәйле мотлаҡ социаль страховка буйынса страховкаланыусы сифатында теркәүгә эләкмәй. Үҙмәшғүл кешеләр түләгән берҙәм һалым составында социаль страховка взностары юҡ. Был категория граждандары шулай уҡ Социаль страховкалау фонды менән үҙаллы хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә инеп, үҙе өсөн страховка взностарын үҙе түләй ҙә алмай.
Был нимәне аңлатамы? Ә был үҙмәшғүл граждандарҙың ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса (больничный лист буйынса) пособие, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие, социаль страховкалау фонды аша түләнгән бүтән социаль түләүҙәрҙе алыуға законлы хоҡуҡтары булмауын аңлата.
2006 йылдың 29 декабрендәге 255-ФЗ һанлы Федераль закондың 2-се статьяһының 3-сө өлөшөндә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына һәм әсәлек менән бәйле мотлаҡ социаль страховкаланырға тейешле граждандар категорияһы исемлегендә НПД түләүсе үҙмәшғүл граждандар күрһәтелмәгән, тип раҫлай Социаль страховкалау фонды белгестәре.
Уның ҡарауы, законда адвокаттар, шәхси эшҡыуарҙар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ағзалары һәм нотариустар күрһәтелгән. Шуға ла әгәр үҙмәшғүл граждандарҙың шәхси эшҡыуар статусы булһа, улар әлеге исемлеккә инә һәм, Социаль страховкалау фонды менән үҙаллы килешеү төҙөү һәм взностарҙы үҙе түләү хоҡуғы алып, артабан ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса һәм әсәлек менән бәйле пособиеларға дәғүә итә ала.
Ә бына Пенсия фонды менән үҙаллы мөнәсәбәткә инеү һәм мотлаҡ пенсия страховкаһы взностарын үҙе өсөн үҙе түләп барыу мөмкинлеге үҙмәшғүл граждандарҙың бар. Йәғни киләсәктә страховка пенсияһы алыу өсөн улар пенсия балдарын һәм страховка стажын үҙҙәре туплап бара ала.
Ф.МОРТАЕВ әҙерләне.
(Сығанаҡ: ppt.ru).
Читайте нас: