Байғужа ауылында йәшәгән Гөлдәр Йәнғәле ҡыҙы Сынғызова ун йылға яҡын ғүмерен, социаль хеҙмәткәр булып, Байғужа һәм Бикйән ауылдарының инәй-олатайҙарын бағыуға бағышлаған. Бөгөн ҡатындың былай ҙа еңел булмаған эшенә тағы бер яуаплылыҡ өҫтәлгән – ололар араһында вирус таратмау.
– Бик ҙур яуаплылыҡ был, сөнки көндәлек эшем инәй-олатайҙарҙың йорттарына барып, өйҙәрен йыйыштырыу, магазиндан аҙыҡ-түлек алып барыу булғас, улар менән осрашмау, күрешмәү мөмкин түгел, – ти Гөлдәр Йәнғәле ҡыҙы.
Ул үҙе хеҙмәтләндәргән һәр йортта көтөп алынған ҡунаҡтай. Уны эштәрен эшләтеп ҡалыу өсөн түгел, ә яҡын күреп, һөйләшеп, аһ-зарҙарын уртаҡлашып ҡалыу өсөн дә көтәләр өлкәндәр. Кемеһелер көтмәгәндә кәрәк булып киткән яңы йомошон әйтеп ебәрә, кемеһелер һуңғы яңылыҡтары менән бүлешә, кәңәшләшә.
– Ике ауылда бөтәһе туғыҙ инәй-олатайҙы хеҙмәтләндерәм. Күрше Бикйән ауылында эсәр һыуҙы алыҫ ҡоҙоҡтан алып килергә тура килә, шуныһы ғына ауырыраҡ. Ауылдан саҡрым самаһы алыҫлыҡта ятҡан Әпкәрим ҡоҙоғоноң ғына һыуынан сәй ҡайната бикйәндәр, – тип ирәбе дауам итә Гөлдәр Йәнғәле ҡыҙы.
Әлдә тормош иптәше Рәфит ҡатынына эшендә ярҙам итә. Шулай булмаһа, беҙҙең яҡтағы ҡырыҫ ҡыш көндәрендә ер аяғы-ер башынан һыу ташыу бер үҙенә бик ауыр булыр ине. Ә былай, Рәфит еңел машинаһында ҡатынын Бикйән алып бара, ауыр-ауыр бидондарҙы ла “һә” тигәнсе килтереп ҡуя.
– Өлкәндәрҙең бар нәмәне белеп, донъя хәлдәренә лә хәбәрҙар булып ултырыуына һөйөнәм. Телевизор ҡарайҙар, радио тыңлайҙар, гәзит уҡыйҙар, бар нәмәне иҫтәрендә ҡалдырып, һөйләп ултыралар. Һуңғы ваҡытта телдән төшмәгән яңылыҡ хаҡында уларға һөйләйһе түгел, үҙҙәре мине ҡурсалап маташалар, – ти ул.
Бөгөн ауылдарҙағы социаль хеҙмәткәрҙәр ирекмәндәр сафын да тулыландыра. Бар йәһәттән өлгөр, һәр саҡ хәрәкәттә булған, һәр мохтаж кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн волонтерлыҡ эшен ауырлыҡҡа һанамай.
Битлектәр етешмәй торған ваҡытта улар, ҡулдарына энә-еп алып, уларҙы үҙҙәре теккән. “Ябай ғына һаҡланыу сараһы булһа ла, Гөлдәрҙең ҡул йылыһы ҡағылған битлек хәүефте кәметә, үҙеңде һаҡлаулы итеп тойорға ярҙам итә”, – ти өлкәндәрҙең ҡайһы берҙәре.
Бөтә илде коронавирус менән бәйле ҡурҡыу солғап алғанда, Гөлдәр һәм уның хеҙмәттәштәре алғы һыҙыҡҡа баҫҡан һалдаттар һымаҡ. Гөлдәр Йәнғәле ҡыҙы әйтмешләй, иң мөһиме, күңелдәргә вирус кермәһен!
Һүрәттә: Гөлдәр Сыңғызова Хәмдениса Солтанова менән.